Исеме мәңгеләштерелергә тейеш04.03.2014
“Шиндлер исемлеге” тигән кинофильмды ҡарамағандар, Оскар Шиндлерҙың батырлығын белмәгәндәр һирәктер. Ул – Икенсе донъя һуғышы осоронда бихисап йәһүдте ҡотҡарған билдәле шәхес. Ә шундай уҡ батырлыҡ күрһәткән Николай Киселев тураһында аҙ ғына кеше хәбәрҙар.

Благовещен районының Богородское ауылы егете Николай Киселев 1942 йылдың йәйендә ҡыла был ҡаһарманлыҡты. Фашистар баѕып алған Белоруссия еренән 218 йәһүдте хәүефһеҙ урынға алып сыға. Өс ай эсендә 1500 километр ер үтәләр – бындай ҡаһарманлыҡҡа донъя тарихында тиң юҡтыр.
Шул уҡ ваҡытта Киселев оҙаҡ йылдарға онотола. Уны кешелеккә танытыу эшен Рәсәйҙең “АБ-ТВ” бойондороҡһоҙ телекомпанияһы 2008 йылда башлай. Ошо осорҙа тарихи, хәрби архивтар өйрәнелә, уларҙы ҡулланып, донъя буйынса Николай Киселев ҡотҡарған кешеләр табыла.
Документаль фильм Рәсәй, Белоруссия, Израиль, АҠШ илдәрендә төшөрөлә. Ул 17 фестивалдә ҡатнашып, алты Гран-при яулай. Былтыр Мәскәүҙә ойошторолған милләт-ара толерантлыҡ һәм дуѕлыҡ кинофорумында «Киселев исемлеге» төп картина була.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында бөгөн АҠШ-та һәм Израилдә күптәр белә, сөнки ул ҡотҡарған кешеләрҙең балалары тап ошо илдәрҙә йәшәй. Сит илдәрҙә Николай Киселевтың исем-шәрифен мәңгеләштереү буйынса төрлө эштәр башҡарылған, Белоруссияла хатта уның исемен йөрөткән урам да бар. Ә бына Башҡортостанда һәм геройҙың тыуған ауылында Николай Киселев тураһында белгәндәр бик һирәк.
Әйткәндәй, хәҙер был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында эштәр башланды. Киселевтың тыуған ауылындағы мәктәпкә ҡуйыр өсөн мемориаль таҡтаташ әҙерләнә, шулай уҡ ошо белем усағына һәм урамдарҙың береһенә яугирҙең исемен бирергә йыйыналар.
Уҙған аҙнала баш ҡалалағы “Родина” кинотеатрында, “Сәйәси кино лабораторияһы” проектына ярашлы, “Киселев исемлеге” фильмы күрһәтелде. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Благовещен районы уҡыусылары һәм башҡа тамашасылар ҡараны.


Вернуться назад