Ауылға күпер кәрәк!04.03.2014
Элек-электән, Рәсәйҙең төп бәләләренең береһе — юлдар, тиҙәр. Был, әлбиттә, ҡоро һүҙ түгел, ә ысынбарлыҡ. Яңыраҡ телевидениелағы бер тапшырыуҙа Башҡортостанда юлдарҙы ипкә килтереү өсөн тағы ла егерме йыл талап ителә тигән фекер әйтелгәйне. Был һүҙҙәр “әле генә яҡшыға өмөт итмәгеҙ, көтөгөҙ” тигән мәғәнәлә еткерелдеме — аңламаныҡ. Донъяла беҙҙән дә сабыр халыҡ юҡтыр. Шулай булмаһа, быуаттар буйы яҡшы тормош көтөп йәшәп ятмаҫ инек.

Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, барлы-юҡлы булғаны ла ҡай саҡ сафтан сығып ҡуя шул. Мәҫәлән, былтыр 8-9 августағы ҡойма ямғырҙар ваҡытында Ҡыҙыл йылғаһы ташып, Мөхәмәт ауылындағы былай ҙа саҡ ҡына торған күперҙе ағыҙып алып китте. Унан һуң ауылдағы ир-ат үҙ көсө менән күпер эшләп ҡуйғайны ла... Әммә быйыл февралдә ауыл менән “ҙур донъя”ны тоташтырған күперҙән ҡолаҡ ҡаҡты мөхәмәттәр — ҡоролма утын тейәгән “ГАЗель” автомобилен күтәрә алманы, емерелде. Ярай әле, водитель иҫән ҡалған, ә яҙғы ташҡын ваҡытына тура килһә, белмәйем, нимә менән бөтөр ине...
Шулай итеп, пәйғәмбәрҙең исемен йөрөткән, Башҡортостандағы иң матур ауылдарҙың береһе һаналған Мөхәмәт бер ай күперһеҙ йәшәй. Ярай, ҡыш боҙ өҫтөнән ҡурҡа-ҡурҡа йөрөнө халыҡ. Хәҙер яҙ етте, тиҙҙән һыу ташасаҡ. Һөҙөмтәлә ауыл менән бәйләнеш өҙөләсәк. Әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһындағы лицей-интернатта Мөхәмәттән 17 бала белем ала. Улар нисек ата-әсәһе эргәһенә ҡайтып йөрөр?
Юл һәм күперҙәр мәсьәләһе мөхәмәттәрҙе бер бөгөн генә борсомай. Ауылға еткәнсе бер нисә күпер аша сығырға тура килә, улары ла шәптән түгел. Урманды ҡуртымға алған хужалар туҡтауһыҙ ағас ташып, юлды ла, күперҙәрҙе лә тәләфләй.
Былтыр ташҡындан һуң райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ағзалары Мөхәмәт ауылының күперһеҙ ҡалыуын күрҙе. Власть вәкилдәре мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәген белдергәйне лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең хәсрәтте “онотто”. “Башҡортостан” гәзите, бәлки, ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙыр?



Вернуться назад