Йылмайыу бүләк итмәкселәр04.03.2014
Баш ҡалабыҙҙа 26 майҙан 1 июнгә ҡәҙәр “Йылмайыу операцияһы хәйриә акцияһы үтә. Сараға әҙерлек мәсьәләләре буйынса республика Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендә ултырыш уҙғарылды.

“Йылмайыу операцияһы” йәмәғәт ойошмаһы илебеҙҙә 1995 йылда булдырылған. Уның тарафынан яңаҡ-йөҙөндә деформация булған балаларға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Акцияла тикшереү, консультация һәм операцияларҙы Рәсәйҙең, сит илдәрҙең тәжрибәле белгестәре уҙғара. “Йылмайыу операцияһы”ның мәрхәмәтлек программаларына оҙаҡ йылдар инде “Зенит” банкы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Башҡортостан — акцияны ҡабул иткән 16-сы төбәк. Тәжрибәле медицина белгестәренең аҙна дауамында “Зенит” банкы иҫәбенә 50-нән ашыу операция үткәреүе көтөлә. Әйтеүҙәренсә, әле республикала яңаҡ-йөҙөндә деформация булған 200 самаһы бала диспансер иҫәбендә тора. Йыл һайын ошондай етешһеҙлек менән 80-дән ашыу сабый тыуа.
Хөкүмәттәге ултырышта операцияларҙы үткәреү урындарын әҙерләү, тейешле медикаменттар менән йыһазландырыу һәм башҡа ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.



Вернуться назад