Беҙҙең тәжрибә ҙур04.03.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты.

Апрелдә республикаға ЮНЕСКО-ның Ирина Бокова етәкселегендәге рәсми делегацияһы килеүе көтөлә, тип билдәләне Башҡортостан Президенты. Григорий Орджоникидзе Президентҡа ЮНЕСКО комиссияһы составына инергә ризалыҡ биргәне өсөн рәхмәт әйтте һәм 21 апрелдә СССР-ҙың ЮНЕСКО-ға ҡушылыуының 60 йыллығы билдәләнеүен белдерҙе.
— Һеҙҙе комиссия ағзаһы сифатында тантаналы йыйылышта көтәбеҙ. Беҙҙә бындай саралар йыл һайын уҙғарыла. Әлегеһе, юбилейға арналғанға күрә, айырыуса үҙенсәлекле, — тине ул.
Комиссияның яуаплы секретары әйтеүенсә, республика ЮНЕСКО менән эшләүҙең бай тәжрибәһенә эйә. Был хеҙмәттәшлек 15 йыл самаһы дауам итә. Республикабыҙҙың тәжрибәһе башҡа илдәр өсөн дә ҡыҙыҡлы.
Рөстәм Хәмитовтың Григорий Орджоникидзе менән осрашыуы хаҡында тулы мәғлүмәт Башҡортостан Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.



Вернуться назад