Мәҙәк тә, ғибрәт тә...13.01.2012
Осһоҙорағы ярамай шул

“Бэнтли” автомобилдәре һатылған салонға ябай ғына кейенгән бер ир килеп инә. Һатыусылар ғәжәпләнә, уны шунда уҡ һырып ала.
— Был машина ни саҡлы?
— 250 мең евро.
— О-о, ҡиммәт... Ә кредитҡа ике йылға алһам, күпме?
— Айына 25 мең евро.
— Барыбер ҡыйбат...
— Бәлки, осһоҙораҡ машина ҡарарһығыҙ?
— Кәңәшегеҙ өсөн рәхмәт, әммә минең крандан ысҡынып киткән кирбестәр тап ошондай автомобилдең өҫтөнә төшкәйне.

Барыһы ла иҫәптә

Ниһайәт, Рәсәй автомобилдәрен дә мендәр менән йыһазландыра башланылар! Завод белгестәре “Лада”ла йөрөгән автоһәүәҫкәрҙәрҙең күп ваҡытын гаражда машина йүнәтеп үткәреүен, бер аҙ серем итеп алырға теләгән саҡта мендәр булмауына зарланыуҙарын иҫәпкә алған. Ҡиммәтерәк хаҡҡа һатылған “Калина” һәм “Приора”ларҙа юрған да бар, ти.

Дөрөҫ итеп эшләнгән

Малай әсәһе менән магазинда уйынсыҡ машина һатып алырға тора.
— Бына быныһы, улым, “Жигули”ҙың дөрөҫ итеп эшләнгән моделе...
— Эйе шул, рулендә люфт ҙур, алғы һәм артҡы быялалары шылып йөрөй, ишектәре шығырлап асыла, буяуы коррозияға ҡаршы эшкәртеү талап итә.

Тапатып ҡуймаҫ борон…

Төн. ЮХХДИ инспекторы шәп тиҙлектә китеп барған машинаны туҡтата. Рулде йәш кенә ҡыҙ тотҡан икән.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ тиҙлек самаһын онотоп ебәрҙегеҙ, ахырыһы…
– Шәп барырға ярамағанын беләм, әлбиттә, тик, машинаны тәүгә йөрөткәс, берәйһен тапатып ҡуймаҫ борон өйгә ҡайтып етергә тырышам…

Ҡайһыһы ҡиммәтерәк?

Аҡыллы егет ниндәй транспорт һатып алырға белмәй уйлана: “Мерседес”тың хаҡы — 40 мең доллар, ауырлығы — 2 тонна. Тимәк, бер килоһы — 20 доллар. Велосипед, 7 килограмм ғына тартһа ла, 1,5 мең доллар тора, йәғни килоһы — 200 доллар. Һығымта: велосипед “Мерседес”тан ун тапҡырға ҡиммәтерәк...”

Томан тип уйлаған

— Бөгөн иртәнсәк ҡуйы томан тора ине, шуға юлда барғанда машинаның алдында бер ни күренмәүенә аптыраманым да. Ярай әле, ун саҡрымды үткәс, юл полицияһы туҡтатып, капотты ябырға онотҡанлығымды әйтте...

Барыбер өсәү!

– Протоколдарға ҡарағанда, һуңғы өс аҙнала дүрт кешене бәрҙергәнһегеҙ, – ти инспектор шоферға.
– Юҡсы, өс кенә кешене…
– Миндә дүртәү тип күрһәтелгән!
– Бер алйот тәгәрмәс аҫтына ике тапҡыр эләкте бит.


Вернуться назад