Ғәҙеллек – төп талап01.03.2014
Башҡортостандың Юғары суды 2013 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Кәңәшмәлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Башҡортостандың ҡала һәм район судтары рәйестәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов, үҙ сығышында дөйөм хәл менән таныштырып, суд хеҙмәткәрҙәре алдына мөһим бурыстар ҡуйҙы.
– Ғәҙел хөкөм – дәүләтселектең нигеҙе. Был Рим хоҡуғы осоронан килгән тәғлимәт бөгөн дә мөһим булып ҡала. Һеҙҙең эш сифатына күп нәмә бәйле, шул иѕәптән дөйөм үѕешебеҙ ҙә. Шуға күрә бөтәбеҙ бергә ғәҙел, сифатлы эшләү – төп талап, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко уҙған йылдағы суд эшмәкәрлегенә ентекләберәк туҡталды. Былтыр, мәҫәлән, республика судтарында 380 100 гражданлыҡ эше ҡаралған. Судьялар 65 845 һалым, 39 400 торлаҡ, 36 323 ғаилә һәм 34 305 хеҙмәткә бәйле бәхәсле эш ҡараған. Мировой һәм федераль судҡа мөрәжәғәт итеүселәр һаны артҡан. Ә бына ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү, хеҙмәт бәхәстәре буйынса мөрәжәғәттәр кәмегән.
Енәйәт эштәре буйынса былтыр судтарҙа 27 655 эш ҡаралған. 2012 йыл менән сағыштырғанда, бында кәмеү күҙәтелә. Бәлиғ булмаған 600 кеше хөкөмгә тарттырылған (2012 йылда – 656 кеше).


Вернуться назад