Сираттағы ултырышты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Хөкүмәт сәғәте” үткәреүҙән башланы. Был күптәнге йола үҙен аҡлай. Министр йәки бүтән етәксегә отчет тоторға ла, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә лә тура килә, йәғни яуаплылыҡ арта.
Республика буйынса Эске эштәр министры Михаил Закомалдиндың сығышы менән дә шулай булды: уны һорауҙарға күмеп ташланылар. Министрлыҡтың эше ҡатмарлы, тәбиғи, етәксенең телмәрендә лә был сағылыш тапты.
– Бер сығышта барыһын да күҙаллап булмай, шуға күрә, нигеҙҙә, депутаттарҙың минең исемгә яҙған хаттарында күтәрелгән проблемаларҙы байҡап сыҡтым, – тип тамамланы һүҙен министр.
Һорауҙарға яуап бер сәғәткә яҡын ваҡытты алды. Спикер Константин Толкачев был диалогты туҡтатырға мәжбүр булды, сөнки закондар сығарыу эше көтә ине.
Хоҡуҡи акттарҙың беренсе ҡаралғаны – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү. Улар иҫәбендә – республикабыҙҙың иң юғары вазифаһының исемен үҙгәртеү. Әлеге ултырышта ул өсөнсө, йәғни аҙаҡҡы, уҡыуҙа ҡаралды. Уға ярашлы, 2015 йылдың 1 ғинуарынан “Башҡортостан Республикаһы Президенты” тигән исем “Башҡортостан Республикаһы Башлығы” тип үҙгәртеләсәк. Ә ғинуарға ҡәҙәр был ике исемде лә ҡулланырға мөмкин.
Бынан тыш та республика парламенты күп кенә закондар һәм закон проекттары ҡабул итте, уларҙың иң мөһимдәре шулар:
– фатирҙың эске стеналарын үҙ белдегенә боҙоп үҙгәрткән өсөн граждандарға 3 меңдән 4 мең һумға саҡлы, вазифалы кешеләргә – 10 меңдән 15 мең һумғаса, ә ойошмаларға 20 меңдән 40 мең һумға ҡәҙәр штраф һалынасаҡ;
– ауыл хужалығы малына инәү һалыу тәртибен боҙған өсөн хужаларынан 12 мең һумға саҡлы штраф түләтеү. Был тәҡдимде индергән Баймаҡ район Советы депутаттары фекеренсә, яңылыҡ мал урлау осраҡтарын кәметәсәк;
– уллыҡҡа бала алған ғаиләләргә һәм Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булғандарға юридик кәңәш бушлай биреләсәк;
– дәүләт органдарының һәм урындағы үҙидараның кадрҙар менән тәьмин ителеше тураһындағы мәғлүмәт был ойошманың сайтында асыҡ күренеп торасаҡ.
Был ултырышта яңы алым да ҡулланылды: ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы закон проектын Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарихында тәүге тапҡыр альтернатив нигеҙҙә ҡаранылар. Беренсе проектты — республика Хөкүмәте, икенсеһен Өфө ҡала Советы тәҡдим итте. Депутаттар Хөкүмәттекен тулыраҡ, йөкмәткелерәк тип тапты һәм шуны һайланы.