Әҙерәк кенә техника менән ҡыҙыҡһына башлағандан алып мине беҙҙең илдә барлыҡҡа килгән бер парадокс аптырата. Беҙ машиналарҙы һәр ваҡыт улар еткерә алған тиҙлеккә ҡарап баһалайбыҙ. Машинаның тиҙлеге — уны етештереүсе завод өсөн айырым бер бренд ул. Ләкин беҙҙең юлдарҙа тиҙлекте сәғәтенә 90 саҡрымдан арттырырға ярамай! Юл ҡағиҙәләрен боҙоу статистикаһында ла күпселекте тиҙлекте саманан тыш арттырыу тәшкил итә. Был күренеште, минеңсә, бөтә ерҙе лә араҡы менән тултырып, араҡы эсеүҙе тыйыу менән генә сағыштырырға мөмкин.
Ә бит техник йәһәттән был парадокстан бик еңел генә ҡотолоп була. Хәҙерге машиналар электроника менән лыҡа тултырылған, тимәк, уларҙың программаһына алдан уҡ (йә техосмотр үткәндә, йә заводтан сыҡҡанда уҡ) тиҙлекте сикләүҙе индерергә кәрәк. Тураһын әйткәндә, әгәр берәй иҫерек баш машинаһын 120 саҡрымға тиклем ҡыуырға уйлаһа, уның моторы үҙенән үҙе һүнергә тейеш. Ул саҡта юл буйлап радарҙар тотҡан гаишниктар ҙа кәрәкмәйәсәк (был сараға тап уларҙың ҡаршы төшәсәген алдан күҙалларға мөмкин), юлдарҙа авариялар ҙа бермә-бер кәмейәсәк.
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.