Күргәҙмәлә — студенттарҙың ғилми эштәре01.01.2014
Күргәҙмәлә — студенттарҙың ғилми эштәре
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге яңы “ВДНХ-Экспо” сауҙа-күргәҙмә комплексының эшен тикшерҙе.

Әле бында “Мәғариф. Фән. Карьера” күргәҙмәһе бара. Унда 150-нән ашыу ойошма ҡатнаша. Нигеҙҙә, улар — Башҡортостандың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары. Республика башлығы стендтарҙы ҡарап сыҡты, студенттарҙың ғилми эштәре, белем биреү технологиялары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты биләмәһен йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү проекты менән танышты. Велосипед юлаҡтарын, декоратив үҫемлектәрҙе һәм йәйәүлеләр аллеяһын үҙ эсенә алған рекреация биләмәһенең майҙаны 500 квадрат метрҙы тәшкил итә. Проектты быйыл тормошҡа ашырыу күҙаллана.
– Бындай урындар ҡалаға бик кәрәк. Проект ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, тормошҡа ашырылһын ине, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы Өфө автотранспорт колледжының транспорт йөрөтөргә өйрәткән уҡыу симуляторын ҡараны. Башҡорт дәүләт университеты студенттары Президентҡа һыҙмалар буйынса өс үлсәмле моделдәр эшләү мөмкинлеген биргән 3D принтерҙы, ә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡыусылар, Никола Тесланың тәжрибәһен ҡабатлап, энергияны арауыҡта тапшырыу алымын күрһәтте.
— Саранан тәьҫораттар яҡшы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Комплекс ун йылға яҡын төҙөлдө, бөтә мөмкинлекте, көстө туплап, эште ахырына еткерҙек.

***
Ошо уҡ көндә республика башлығы “Аҡбуҙат” ипподромындағы “Әйберләтә дәлилдәр. Сүриә” социаль-сәйәси күргәҙмәһендә булды. Унда һуғыш барған урындарҙа төшөрөлгән фотолар, видеояҙмалар, башҡа материалдар тәҡдим ителә. Өфө фотографтары Айбулат Аҡбутин менән Хәлит Сафин былтыр Сүриәгә барғанда туплаған уларҙы. 15 февралдә асылған күргәҙмәгә дүрт меңдән ашыу кеше килгән дә инде.


Вернуться назад