Бәйләнеште өҙөргә ашыҡмайыҡ28.02.2014
Бәйләнеште өҙөргә ашыҡмайыҡ “Ни өсөндөр гәзит килеүҙән туҡтаны”, “Бер һанын ғына алдым, почтальондан сәбәбен белешкәйнем, Өфөнән ебәрмәйҙәр, тине”, “Быйыл да шул уҡ хәл — баҫманы тулыһынса ала алмайым” тигәнерәк йөкмәткеле шылтыратыуҙарҙы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән ала башлайбыҙ.
Иң күп үпкә һүҙҙәрен ишеттереүселәр, нигеҙҙә, өфөләр. Үҙебеҙҙең яҡтан һәр баҫма хужаһының ҡулына барып етһен өсөн мөрәжәғәттәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, сара күрергә тырышабыҙ. Быйыл яҙ Рәсәй почтаһы тураһында закон ҡабул ителһә, был өлкәлә, ниһайәт, тәртип булыр, тип уҡыусыларыбыҙҙы тынысландырып та, өмөтләндереп тә киләбеҙ.
Ғөмүмән, почта эшмәкәрлегенә бәйле беҙҙең төбәктәге кеүек күңелһеҙ хәл тотош илдә күҙәтелә. Күрше республика һәм өлкәләрҙә лә матбуғат баҫмаларын таратыуға дәғүә белдерелә, халыҡ гәзит-журналдарҙың һуңлап килтерелеүенә зарлана. Ҡыҫҡаһы, почтаның сәғәт механизмы кеүек көйлө эшләй башлаясағын көтөргә генә ҡала. Ә әлегә гәзиттең уҡыусыға ваҡытында барып етмәүе һәммәбеҙҙе лә борсой. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһындағы 30 уҡыусыбыҙға “Башҡортостан”ды килтереүҙәрен бер аҙнанан ашыу түҙемле генә көтөргә тура килде. Баҫманың ҡапыл юғалыуына аптыраған ике уҡыусыбыҙ ошо хаҡта хәбәр иткәс, сәбәбен асыҡларға тотондоҡ. Почта хеҙмәткәрҙәре ғәйебен таныны-таныуын, әммә алдырыусыларҙың кәйефе бынан һис тә күтәрелмәне.
Бәйләнеште өҙөргә ашыҡмайыҡ“Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә йәшәгән, һәр ваҡыт “Башҡортостан”ға яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙҙың бер нисәһе лә баҫманы килтереүҙәрен көтөп арығандан һуң, почта бүлексәһенә барып, мәсьәләне асыҡларға мәжбүр булған. Һөҙөмтәлә бурысына яуапһыҙ ҡараған почта бүлексәһе начальнигы эшенән алынды, хәҙер унда хәл яҡшырыр тигән өмөттәбеҙ. Яңыраҡ Ҡариҙел районынан бер уҡыусыбыҙ баҫманың аҙнаһына дүрт тапҡыр сыҡҡанына (50600 индекслыһы) яҙылһа ла, өс һан ғына килтереүҙәре тураһында хәбәр иткәйне. Баҡтиһәң, почтальон тәжрибәһеҙлеге арҡаһында, төп гәзитте алдырыусыларға йома һаны тейеш түгел тип иҫәпләгән. Ошондайыраҡ миҫалдарҙың артабан да ҡабатланыуы бар, әлбиттә.
Элегерәк ҡала халҡы гәзит-журнал алдырмауына почта йәшниктәренең булмауын йәиһә килгән баҫмаларҙың юғалыуын һылтау итә ине. Хәҙер күпселек йорттарҙа тышҡы ишектәр ҙә бикләнә, йәшниктәр ҙә ҡуйыла, әммә Өфөлә уҡыусыларыбыҙ һаны арта тип һөйөнөүҙән алыҫбыҙ әле.
“Башҡортостан”ды алдырыусыларыбыҙға кәңәшебеҙ шул: гәзит килтерелмәгән осраҡта иң элек урындағы почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Мәсьәләне унда хәл итеп булмаһа, Өфө ҡалаһында йәшәүселәр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренә — 273-87-76, район һәм ауылдарҙағы уҡыусыларыбыҙ 273-32-43 телефондары буйынса шылтырата ала. Тағы шуны әйтке килә: почта эшмәкәрлегенә бәйле аңлашылмаусылыҡты сәбәп итеп, матбуғат менән бәйләнеште өҙөргә ашыҡмағыҙ.


Вернуться назад