Мәктәпкә оҙатыу28.02.2014
Эшкә барам. Әле ҡараңғы, сәғәт һигеҙенсе ярты ғына. Көҙгө шыҡһыҙ иртә: аяҡ аҫты еүеш, ваҡ ямғыр һибәләй.
Бына ҡаршылағы өй ҡапҡаһынан бер малай сыҡты ла әкрен генә мәктәп яғына йүнәлде. Күрәһең, һигеҙҙән уҡыйҙыр, йоҡоһо ла туймаған инде был баланың тип, уны ҡыҙғанып барам. Ана бит — үҙе орсоҡтай бәләкәй генә, беренселә генә уҡый булыр, ә арҡаһындағы сумка-рюкзагы бик ҙур: ауырлығынан башын эйеп саҡ атлай бахыр сабый. Йыраҡ китергә лә өлгөрмәнем, шул уҡ ҡапҡанан бер ҡатын башын тыҡты ла йәмһеҙ тауыш менән иртәнге тынлыҡты ярҙы:
— Атлайһыңмы-юҡмы, йүгер тиҙерәк, юғиһә себен үлтергес менән берҙе тамыҙам!
Йән өшөткөс һүҙҙәр малайға нисек тәьҫир иткәндер, белмәйем, әммә ул түгел, мин тертләп киттем. Был бала дәресен нисек тыңлар икән инде, тип юл буйы уйланып барҙым.
Эй, өлкәндәр, ниңә беҙ шулай айырыуса яҡындарыбыҙға ҡарата ҡаты бәғерле икән?! Ә беҙҙе, алты баланы, мәрхүмә әсәйем иртә менән ярып бешерелгән йәки ҡыҙҙырылған бәрәңге ашатып, телде йоторлоҡ итеп ҡабартылған көлсә менән ҡайнар сәй эсереп, “бишле”ләр алып ҡайтығыҙ, бәпкәләрем, тип, арҡабыҙҙан һөйөп оҙата ине мәктәпкә... Бахыр малай. Кәйеф боҙоусы әсәһе булдымы, әллә өләсәһеме — белмәнем.
Ҡырау һуҡты сәскәләрҙе...
Бар донъяға йәм биреп, балҡып ултырған сәскәләрҙе көҙгө бер таңда ҡырау һуҡты. Көн яҡтырыуға улар ҡарайып төҫһөҙләнде. Кисә генә ҡарап туймаҫлыҡ матур инеләр, ә бөгөн ултырып иларлыҡ хәлдә.
Ошо көндә сәскәләрҙән дә матурыраҡ ҡыҙҙарҙы тәрбиәгә алған ир менән ҡатын уларҙы балалар йортона кире илтеп тапшырҙы. Башта үҙ ата-әсәһе хәстәрҙән, наҙҙан мәхрүм итеп, бәләкәй йөрәктәрен йәрәхәтләһә, хәҙер уңалтып та бөтмәгән шул яраға услап-услап тоҙ һиптеләр. Ә бит ҡыҙҙар уларҙа ике йыл тирәһе йәшәне — нескә күңелдәрендә “беҙ ҙә атайлы, әсәйле булдыҡ!” тигән бәхет сәскәһе бөрөләнә башлағайны... Асылманы бәхет сәскәләре. Рәхимһеҙлек, бәғерһеҙлек, яуаплылыҡ алдында ҡурҡып ҡалыу — көҙгө ҡырауҙан да хәтәрерәк ҡырау — харап итте уларҙы...
Яҙ еткәс, ер тағы матур сәскәләргә күмелер — Ер-әсә мәрхәмәтле ул, тик был ҡыҙҙар йөрәгендә кешеләргә, йәшәүгә ҡарата һөйөү гөлдәре берәй саҡ сәскә атырмы? Етем балалар менән ниңә ғаилә уйыны уйнайһығыҙ, өлкәндәр, улар ҡурсаҡ түгел, йәндәре бар ҙа баһа!
“Ә һинең атайың кем?”
Күҙ алдында үҫте ул. Ҡап-ҡара күҙле, шундай матур малай булды. Күп ҡыҙҙарҙы ғашиҡ итерлек егет. Тик бына тәртип яғы... Шулай ҙа сабыр, аҡыллы ҡыҙға өйләнде. Малайҙары тыуып ҡына ҡалды — енәйәт ҡылып, төрмәгә эләкте. Оҙаҡҡа ултырттылар. Хәҙер күҙ алдында малайы үҫеп килә. Ҡап-ҡара күҙле, шундай һөймәлекле. Быйыл мәктәпкә беренсе класҡа барҙы. Ыҫпай кейенә, әсәһе, өләсәһе һәм олатаһы тырыштырҙы. Шатланып мәктәпкә бара, өләсәйем уятҡансы үҙем һикереп торам, тип маҡтанып та ала. Тик йәлләйем мин уны. Яңы дуҫ малайҙары һәм ҡыҙҙары: “Минең атайым врач, юрист, машина йөрөтә, заводта эшләй, экономист!” — тип маҡтанып та, ғорурланып та һөйләгәндә, ә һинеке кем, тип һораһалар, ул нимә тип яуап ҡайтарыр?
Ә уҡытыусы апайҙары Ватанды һаҡлаусылар көнөндә “Минең атайым” темаһына инша яҙҙырһа...