Мөфтөй яуап бирә28.02.2014
Мөфтөй яуап бирә Исем рухты күтәрергә тейеш

— Балаға исем ҡушыу йолаһы тураһында һөйләһәгеҙ ине, Нурмөхәмәт хәҙрәт. Мосолман кешене ике төрлө атау дөрөҫмө?
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Белорет районы.

Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:


— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә кешене тереклектәге барлыҡ йән эйәһенән күркәмерәк итеп яратҡан: уға аҡыл, зиһен, ғилем биргән, иң яҡшы ризығын насип иткән, тоғро юлдан бар-һын өсөн динен ебәргән. "Шуның өсөн дә әҙәм балаһы һәр яҡтан матур булырға тейеш: холоҡ-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, кейеме лә, исеме лә, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. — Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләктәренең береһе — исем. Ҡиәмәт көнөндә лә уны әйтеп саҡырырҙар".
Һәр кешенең өс туйы була: тәүгеһе — исем ҡушҡанда, икенсеһе — никахҡа ингәндә, өсөнсөһө — мәңгелеккә оҙатҡанда. Сабый донъяға килгәс, ата-әсә ҙур шатлыҡ менән туғандарын, ҡәрҙәштәрен йыйып, күркәм табын ҡороп, байрам уҙғара. Исем туйына шулай уҡ мәсеттең имамы йә башҡа дини белгес саҡырыла. Ул иң тәүҙә баланың уң яғына баҫып, ҡиблаға ҡарап, уң ҡолағына аҙан әйтә. Унан һул яҡтан ҡамат төшөрөлә. Артабан баланың ике ҡолағына исеме, "бисмилләһ" әйтелеп, доға ҡылына, изге теләктәр юллана.
Элек Исламдағы был изге ғәмәл өйҙә башҡарылған. Хәҙер күптәр мәсеттә уҙғара башланы. Иман йорттарында тыуыу тураһында таныҡлыҡ та бирелә.
"Исем балаға ауырыуҙарҙан пәрҙә булып тора", — тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, гүйә ки, әлегә ҡәҙәр әсә ҡарынында көн күргән сабыйға мең төрлө микробҡа, күҙ тейеүгә һәм башҡа бәлә-ҡазаға ҡаршы бик ҡуйыла. Әйтәйек, кейеме ҡалын булһа, әҙәм балаһы һалҡынға бирешмәй бит, шуның шикелле, исем мөхиткә яраҡлаштыра, йәшәү көсө бирә. Өҫтәүенә сабый мосолман йәмғиәтенә ныҡлап инә, ғаиләнең тулы ағзаһына әйләнә.
Исем һайлауға килгәндә, матур, мәғәнәлеләргә, милләтте, динде аңлатҡандарға өҫтөнлөк биреү, уйлап ҡушыу зарур. Исламда 11 быуаттан ашыу йәшәгән халҡыбыҙ араһында ундайҙар ифрат күп тупланған. Әҙәм балаһы исемен аҡлау маҡсаты менән йәшәргә, уны ишеткән һайын рухы артырға, ошо бәрәкәттә юғарылыҡҡа ынтылырға, уңыштарға өлгәшергә тейеш. Ә сабыйҙы уйынсыҡ кеүек күреп, ни етте шуның менән атау — ҙур гонаһ. Был эште бергәләп, кәңәшләшеп башҡарыу мөһим, хөрмәтле ҡәрҙәштәр: балаларыбыҙ тарихты, телде, милләтте, рухты, әҙәбиәтте, сәнғәтте лайыҡлы дауам итерҙәй көслө ихтыярлы, әҙәпле-әхлаҡлы, ата-әсәнең генә түгел, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең дә ғорурлығы булып үҫергә тейеш.
Ә инде Әлфиә ҡәрҙәштең икенсе һорауына килгәндә, "дөрөҫ түгел" тип яуап бирер инем. Ысынлап та, диндә яңы һүҙ һөйләүселәр араһында бер фекер барлыҡҡа килде: имеш, кешегә ике исем ҡушырға мөмкин, уларҙың береһе йәшерен була, хужаһы ғына белә. Икенсеһе иһә — ғөмүм. Бындай йола христиандарҙа бар, әммә Исламға ул бөтөнләй хас түгел. Аллаһтың изгелеге килә торған булһа, ул һис ниндәй йәшерен исемгә ҡарамаҫ. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Хоҙай Тәғәлә һәммәбеҙгә лә изге ғәмәлдәр ҡылып, тура юлдан барырға, исемебеҙҙе аҡлап йәшәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад