Елдәй елә...13.01.2012
Шофер
(Юл йыры)
Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар,
Һеҙ шаһиты ауыр хеҙмәттең:
Күпме юлдар беҙҙе ҡыуандырҙы,
Күпме юлдар беҙҙе йөҙәтте.
Килә шофер, елә шофер!..
Руле төшмәй ҡулдарҙан.
Үтә ғүмер, оса ғүмер
Илкәй буйлап юлдарҙа.
Киләсәкте — гөлсәсәкте —
Ташый алыҫ йылдарҙан.
Күҙең талмай, текләп алға ҡарай.
Һәр тауышҡа һиҙгер ҡолағың.
Аяҡ-ҡулың һанап бара юлдың
Һәр бер ташын, һәр бер юлағын.
Килә шофер, елә шофер!..
Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар,
Илтмәйһегеҙ ҡайҙан-ҡайҙарға!
Беҙҙең үткән юлды бергә йыйһаң,
Беҙ еткәнбеҙ күптән айҙарға!
Килә шофер, елә шофер!..
Руле төшмәй ҡулдарҙан.
Үтә ғүмер, оса ғүмер
Илкәй буйлап юлдарҙа.
Киләсәкте — гөлсәсәкте —
Ташый алыҫ йылдарҙан.