Беҙҙең дәүер кешеләре бала саҡ шатлығы күреп үҫмәне. Һуғыш осорона тура килдек. Аслыҡ, яланғаслыҡ, бәләкәй көйө ауыр эшкә егелдек. Аяғыбыҙҙан сабата төшмәне. Иҫке-моҫҡо кейеп үҫтек. Беренсе класҡа уҡырға барғанда, мәктәбебеҙ янды.
Ауылдағы буш торған өйҙәрҙә тубыҡланып уҡып, беренсе класты тамамланыҡ. Тора-бара ауыл ҡарттары партаға оҡшатып өҫтәлдәр эшләне. Кулак мөһөрө менән Себергә ҡыуылған Нәби бабайҙың өйөн мәктәп иттеләр. Беҙгә ете класс тамамлағандар белем бирҙе. Китаптар, яҙышырға ҡағыҙ булманы. Ун өс йәшебеҙҙә ете класты тамамланыҡ, артабан уҡырға мөмкинлек юҡ ине.
Ул заманда Архангел районында башҡорт балалары өсөн урта мәктәп булманы. Ҡайһы берәүҙәр илле саҡрымда ятҡан элекке Оло Тәләк районындағы Түбәнге Ләмәҙ мәктәбенә йөрөп уҡыны. Беҙҙең кеүектәр Аҙау ауылындағы "Ҡыҙыл партизан" промартеленә эшкә егелде. Йәй көнө йүкә ағасын ҡуптарыуҙа, һыҙырыуҙа, көҙөн утын әҙерләүҙә йөрөнөк. Йәшләй эшкә алмай йонсоттолар, беҙҙең өсөн льготалы коэффициент түләргә кәрәк бит. Ун һигеҙ йәшем тулғас армияға алдылар, өс йыллыҡ хеҙмәт стажым бар ине.
Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан, Волхов эргәһендә аяғы яраланып, 1943 йылда ҡайтты. Ауыр эшкә яраманы. Хеҙмәткә һәләтһеҙ булһа ла, унан "единоличный" һалым алдылар. Ябай һалым өсөн 270 литр һөт, 48 кило ит, 100 дана йомортҡа, ике һарыҡ тапшырырға кәрәк, ә "единоличный" ике тапҡырға күберәк. 1961 йылға тиклем шулай дауам итте. Инәйем "Герой әсә" исемен йөрөтһә лә, хөкүмәт хәстәрлегенә мохтаж булһа ла, яҡлау тойманы. Ике ағайым — армияла, береһе — ФЗО-ла. Бөтә хужалыҡ эше минең елкәгә төштө. Армияла хеҙмәт итеү ҙә еңелдән булманы. Ырымбур өлкәһенең Тоцкое ҡаласығындағы ябыҡ хәрби полигонда 1954 йылда хеҙмәт юлын башланым. Тап шул осорҙа бында атом бомбаһына һынау үткәрелде. Бөтә таҙартыу эшен ябай һалдат үтәне.
Радиация нурланышы алып, госпиталгә эләктем. Дауалап ҡаранылар, һауыҡтыра алмағас, 1957 йылда ҡайтарып ебәрҙеләр. Хәрби серҙе 20 йыл буйы һаҡларға тейешһегеҙ, тип ҡултамға алдылар.
Эшкә урынлашыу, йәшәү өсөн хәрби серҙе ныҡлы һаҡланым. Ҡайһы ойошма ауырыу, зәғиф кешене алһын инде... Армияға тиклем ете класты ғына бөткәйнем. 1960 йылда Аҙау мәктәбе һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелгәс, яңы бина төҙөү башланды. Шунда мине балта оҫтаһы итеп эшкә алдылар. Алты ай эсендә яңы мәктәп әҙер ине. Белемем һай булһа ла, хеҙмәт уҡытыусыһы булып киттем. Юғары уҡыу йортон тамамлаған уҡытыусылар ҡайтты. Йәштәр өсөн киске мәктәп асылғас, һөйөнөп белем алдыҡ. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Шулай итеп, география уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Инде рәхәтләнеп йәшәйем тигәндә, армияла алған сир үҙен һиҙҙерә башланы. 1983 йылдың ҡышында Республика клиник дауаханаһына эләктем.
Ауылға ҡайтҡандан һуң күргән бәләләрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Мине "кеше туҡмағанһың" тип, нахаҡҡа ғәйеп тағып, милицияға яҙып бирҙеләр. Сирле көйөмә 15 тәүлек бикле торҙом. Аҙаҡ тағы дауаханаға эләктем. Ҡайтһам, эштән бушатҡандар... Больничныйҙы түләмәнеләр. Прокуратура ла, райком да яҡламаны. "Тәнҡит мәҡәләләре менән теңкәгә тейҙең", — тип асыуландылар ғына.
Ауылдан 55 саҡрымдағы урыҫ мәктәбенә ебәрҙеләр. Бик тырышып эшләнем, Маҡтау ҡағыҙҙары алып, өс йылдан Аҙау мәктәбенә ҡайттым. Аяҡ салыусылар бында ла булды, әммә ауырлыҡтарға сынығып өлгөргәйнем инде, бирешмәнем. Ғәйеплеләр язаһын алды. Сабыр итеүҙең дә сиге бар бит.
Хәҙер мин хаҡлы ялда, мохтажлыҡ кисермәйем. Йәштәргә: "Бер ҡасан да башығыҙҙы түбән эймәгеҙ, белемгә эйә булығыҙ, үҙегеҙҙе илдең ысын хужаһы итеп тойоғоҙ!" — тип әйтмәксемен.