Эх, һеҙ!..28.02.2014
Эх, һеҙ!.. Иҙеүкәй ауылы, тыуған төбәгем, бөтә тиһәләр ҙә, быға бик ышанмайым. Һуңғы йылдарҙа яңы өйҙәр ҡалҡҡаны бик күренмәһә лә, йорт-ҡаралтыһын күркәм тота беҙҙә халыҡ. Ана, аҙнаһына ике айныған Сәйфелмөлөк тә ҡурсаҡтай итеп ҡуйған өйөн. Ҡыйығын заманса ҡалай менән көпләгән, ҡырҡ таяулы ҡапҡа урынына ел дә үтмәҫлек итеп тимерҙән яңыһын ҡороп ҡуйған. Ҡыҫҡаһы, ул ғына түгел, барса ауылдаштарым да, ауыл бөтә тип төшөнкөлөккә бирелеп, йәшәгән ерен ташландыҡҡа әйләндермәгән, киреһенсә, уны тағы ла оҙағыраҡ йәшәтергә, тәрбиәләп, тәртиптә тоторға тырыша. Был донъяла һәр нәмә тәрбиәне ярата шул, ул етешмәһә, тейешенән алда ҡыйрала башлай.
Ә Мәрүис менән Рәмзилдең донъяһы хаҡында әйтергә лә түгел. Өйҙәре торғаны менән хан һарайы! Боронғо сауҙагәрҙәрҙеке лә был тиклем үк булмағандыр әле. Мал аҙбарҙары, аласыҡтары, мунсаһына тиклем зауыҡ менән эшләнеп, таҡта менән көпләнеп, семәрләп, күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу итеп буялған.
Рәмзил менән Мәрүисте ни өсөн айырып телгә алғанға аптырайһығыҙҙыр. Ғилләһе бар уның.
Был ике уҙаман хаҡында заманында кеше тип әйтергә лә ерәнес була торғайны. Туҡтай алмай эскән сәрхүш ине улар. Урамда хәйерселәп йөрөп, аунап яттылар. Ғүмер баҡый улар эргәһендә йәшәгән ауылдаштарым ғына түгел, минең дә, ауылға онотҡанда бер ҡайтып әйләнеп тә, уларҙы ошондай хәлдә осратып, ерәнгән саҡтарым йыш булды. Һәм йыш ҡына аптырай торғайным: шундай ир-ат менән бисәләре нисек йәшәй икән?.. Ғәҙәттә бит улар, ошондайыраҡ хәлдәр була ҡалһа, бөтә нәмәһен ороп-бәреп, донъяһын пыран-заран килтереп, барса мөлкәтен төйөнсөккә төйнәй ҙә, балаларын етәкләп, тиҙерәк ата-әсәһенә һыпыртыу яғын ҡарай йә булмаһа, иш янына ҡуш булып, ирҙәре менән бергә эскегә һабыша. Улар өсөн, йәнәһе, бындай сетерекле хәлдән сығыуҙың башҡаса юлы юҡ! Әммә әүәлге бисәләрҙең барсаһы ла ғаиләләге киҫкен мәсьәләне ана шулай еңел хәл итә лә ҡуя шул, тип һығымта яһарға ла ашыҡмайыҡ, сөнки Хоҙай кешене ундай еңел-елпе итеп кенә яралтмаған ул. Әҙәмде әүәләгәндә уның фиғеленә һәммә ҡылыҡтар һалған: рәхәт саҡта тилеләнеп шатлана-ҡыуана торған ғәҙәтте лә, ауырлыҡтарға дусар булғанда, тештәреңде шығырҙатып ҡыҫып түҙә торғанын да. Ул ҡылыҡ сабырлыҡ булыр.
Ғөмүмән, Хаҡ Тәғәлә әҙәм балаһын хасил ҡыла ла, бәлиғ булғас та, яман-яҡшы ҡылыҡтарға дусар итеп, уны ғүмере буйына һынауҙар менән солғай икән. Үҙ ҡолоноң булмышына Ул изге ғәмәлдәр генә һалған. Әммә уны теләһә ниндәй шарттарҙа ла, һынылып-һығылып төшмәй, үтәй аламы-юҡмы икәнлеген һынар өсөн Ергә Шайтанды ла ебәргән, имеш. Махсус рәүештә, кешеләрҙе Хаҡ Тәғәлә ғәмәлдәрен үтәмәҫкә – ҡырын ҡылыҡтар эшләргә ҡорсотор өсөн. Ә Шайтан тигән мәлғүн шундай яһил, имеш: һәр ҡырын ҡылыҡты, кәнфиткә төрөп, ымһындырғыс итеп күрһәтә белә, ти. Әйтәйек, әҙәм балаһы “йәшел йылан” ағыуын уртлай икән, ете ҡат күктәрҙә гиҙә йәки, икенсе берәүҙе ҡыйырһытып, мин көслө тип ҡәнәғәтләнеү таба, урлашып байырмын, башҡаларҙан һәйбәтерәк йәшәрмен, тип уйлай һәм башҡалар. Әммә Тәңре мәрхәмәтле ул, Шайтан ҡотҡоһон еңер өсөн кешенең фиғеленә нәфсе, ихтыяр көсө тигән изге лөғәттәр ҙә һалған. Шундай шарт менән: уларҙы кеше тик үҙ аҡылы менән генә бар итерлек, үҫтерә алырлыҡ итеп. “Ә аҡылы быға етмәгәндәр, әйҙә, шайтандың ҡоло булһын, – тигән Тәңре. – Мин уларға, баҡыйлыҡҡа күскәс, тамуҡтан ғына урын бирермен”.
Ауылға бер ҡайтҡанымда һайлау алды кампанияһы айҡанлы клубта бик ҡыҙыу сара бара ине. Ә беҙ, уға ҡағылышы булмаған ситтән ҡайтыусылар, унда ҡатнашмайбыҙ, мәҙәниәт үҙәгенең болдоронда һөйләшеп торабыҙ.
Киң демократия иғлан ителгән саҡ. Клуб күтәрелеп барған кеүек – халыҡ шау-гөр килә. Бөтәһе лә торғонлоҡ ваҡытында шымып ултырғанының ҡоһорон ҡайтара – кәрәкме-кәрәкмәйме, тамағы ҡарлыҡҡансы ҡысҡырып ҡалырға тырыша. Тәнәфескә лә туҡтамайҙар хатта. Бындай хәлгә түҙә алмай (тәнәфес булмағанға), Миңләхмәтйән ағай, тәмәке тартырға сарсап, болдорға килеп сыҡты.
– Барса халыҡты Нәүләгә тауыш бирергә өндәнем, – ти ул. – Шундай илтифатлы, юғары белемле уҡытыусы һылыу ҡатын беҙҙең ауылдашыбыҙ эскесе, тәүфиҡһыҙ Мәрүисте ташлап китмәгәне, һаман да уны ҡосағында ятҡырыуы – үҙе бер батырлыҡ, тинем.
Мәрүис – совхозда атаҡлы шофер. Үҙ һөнәренең оҫтаһы – ас-водитель, тиҙәр уның хаҡында. Машинаһының һәр шөрөбөн белгән кеүек, ул юл ҡағиҙәләрен дә шәп белә, уларҙы компьютерҙың үҙенә аңлатып бирергә мужыт, тиҙәр, зирәклегенә һоҡланып. “Ласточкаһын” (машинаһын Мәрүис шулай тип атай) оҫта йөрөтөүе тураһында әйтергә лә түгел. Ул рулгә ултырһа, үҙен һәр саҡ арғымаҡҡа атланғандай хис итә. Ҡала ни, дала ни уға – барыбер. Бөтә ерҙән дә үтә, һәр урынды, һәр бер соҡорона тиклем биш бармағы кеүек белә. Әрмелә хеҙмәт иткәнендә ул Мәскәү менән Ленинградты ла арҡырыға-буйға йөрөгән, әммә бер ерҙә лә юл ҡағиҙәһен боҙмаған, аҙашмаған, имеш. Ана шуға ҡала яғына юл төшә ҡалһа, совхоз етәкселеге гел уны егә. Айырыуса көҙ эш күп була Мәрүискә. Өфө, Златоуст, Свердловск, Пермь ит комбинаттарына мал ташыуҙы тулыһынса тиерлек уға йөкмәтәләр. Ә ауылдаштары уның юлға сыҡҡанын көтөп кенә тора: мал алып барған ыңғай ошо ҡалаларҙа көн күргән бала-сағаһына, туған-тыумасаһына, йәғни Мәрүистең ауылдаштарына, күстәнәс – итен, май-ҡаймағын, бәрәңге-кишерен — тейәп ебәрә. Гурыдтыҡылар ҙа һыр бирмәй, Мәрүисте, ҡолас йәйеп, күстәнәстәр менән көтөп тора: кемдер уға сәмәйен тоттора, кемдер – араҡыһын, хәллерәктәре мул ғына аҡса тондора. Ана шуның өсөн бындай оҙон юлдан ҡайтты ниһә, Мәрүис иң кәмендә бер өс көндө, башын күтәрмәй эсеп, һөйәй ҙә ҡуя. Донъяһын да, ҡатынын да, бала-сағаһын да онота.
“Йәшел йылан” ялмауына эләгә барыуының, әлбиттә, сәбәбе был ғына түгел. Ауылда бит “аҡ баш” (араҡыны күп урында шулай тип атайҙар) валюта урынына йөрөй. Ниндәй генә эш атҡарылһа ла, иҫәп-хисап шул шешә менән башҡарыла. Ә ауылда эш һәр саҡ муйындан: утын-бесәнен килтерергә, тиҙәген сығарырға… Һәммәһен дә ваҡытында, тиҙерәк атҡарыр өсөн техникаһы кәрәк. Ана шундай саҡтарҙа булышырға һәр береһе тиерлек машиналы Мәрүискә ялына, сөнки ул эше өсөн бер ваҡытта ла аҡса һорамай. Эшләткән кеше менән һөйләшеп ултырып, бер-ике шешә кәкһәләр, барса иҫәп-хисап шуның менән тамам була. Сөнки Мәрүис өсөн араҡы эсеүҙән бигерәк кеше менән һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер. Бының ғилләһе шунда: уның теле эсһә генә сиселә, ә айыҡ саҡта ул асылып, һөйләшеп бармай – ауыҙынан һәр һүҙҙе һурып алырға кәрәк. Ниңә шулай икәнен үҙе лә аңламай – әллә эргә-тирәһендә уның менән уртаҡ тел табырлыҡ әҙәм юҡ, әллә Хоҙай уны шундай йомоҡ бәндә итеп яралтҡан. Ә эс серҙәрен барыбер кемгәлер бушатҡы килә. Ҡатыны бар, әлбиттә, әммә ирҙәр менән генә серләшә торған һүҙҙәрҙең барыһын да бисәгә һөйләп буламы ни?.. Ана шуға Мәрүис ауылдаштарының эшкә саҡырғандарын көтөп кенә тора… Бына шулай, эсәм тигән Алла ҡолона шайтан шешәләрҙе теҙеп ҡуя юлына.
Әңгәмәмдән бер аҙ тайпылдым буғай. Һүҙем һайлау алды кампанияһы алдынан үткән сара тураһында ине бит әле. Шулай итеп, Миңләхмәтйән ағайҙың сығышынан һуң клубтағы халыҡ шаңҡып ҡалған, имеш. Әммә уның тел төбөнә төшөнгән. Нәүләгә тауыш бирергә хәл иткән, сөнки аҡыллы, эскерһеҙ, һәр эшкә һәләтле, кешелекле, саф күңелле был бисә депутатлыҡ вазифаһын намыҫлы башҡарыр тип кенә ышанмаған уға, ә бөтә ауылдаштары тиерлек ихтирам иткән, әммә һуңғы ваҡыттарҙа йылдам рәүештә эскелек һаҙлығына йомола барған Мәрүисте элекке хәленә – айыҡ тормошҡа ҡайтарыр тип уй ҡылған. Халыҡ, бөгөнгө ҡайһы бер аҡһөйәктәр уйлауынса, һарыҡ көтөүе түгел, бөйөк, зирәк ул – уның хөкөмө ғәҙел булған кеүек, кешегә ҡарата баһаһы ла хаҡ.
Шаулап-гөрләп һайлауҙары ла үткән. Нәүлә бер тауыштан тиерлек район Советы депутаты булып киткән. Ул ғына етмәгән, уны мәктәпкә директор итеп тә тәғәйенләгәндәр. Әммә ул, инде ҙур кеше булдым тип танауын күтәреп, эскесе иренән сирҡанып, уны яҙмыш ҡарамағына ташлап, балаларын етәкләп сығып китмәгән, иҫерек менән бергә һәүетемсә йәшәй биргән. Мәрүис иҫереп ҡайтһа, йөҙөн сирмаған, овчарка һымаҡ өҫтөнә лә ырғымаған. Элеккесә уны тәрбиәләгән: тамағын аштан айырмаған, өҫ-башын бөхтә тотҡан. Шул ваҡытта эстән генә һыҙып баш ватҡан: “Нилектән эсә икән был ир ишараты?!” Төрлөсә уйлаған. Уйҙарының осона сыға алмай, керпек тә ҡаҡмай төндәр үткәргән саҡтары ла күп булған. Һәм бер көн ошондай фекергә килгән: Мәрүистең эсеүе уның һөнәренә генә бәйле түгелме икән?.. Эйе, эйе, тап ошо машинаһы арҡаһында, Мәрүис үҙе әйтмешләй, уға көн дә калым, көн дә эске… Нәүләнең мейеһен зәһәр бер уй телеп үткән: “Мин уны машина йөрөтөү танытмаһынан мәхрүм итәм – йәшерәм дә ҡуям, нисек кенә һораһа ла, бирмәйем. Праваһыҙ уны машинаһына эт тә ултыртмаҫ!” Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Нәүлә карауатта арҡыры ятҡан иҫерек иренең кеҫәһен тентей башланы. Бындай хилаф эште ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡылды ул. Әммә Тәңре ярлыҡар – изге ниәттән ҡылды был гонаһты. Мәрүисен эскелек һаҙлығынан йолоп алыр өсөн…
Балтаһы һыуға батҡандай, өс-дүрт көн һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө Мәрүистең. Эшкә саҡырһалар, төрлө сәбәп табып, баш тартты. Эсеп эшкә сыҡмай ята тип уйламаһындар өсөн араҡыға ла ҡапланманы. Праваһын юғалтыуы уны тамам ҡайғыға һалды. “Машинаһыҙ ни эшләр хәҙер Мәрүис. Яратҡан шөғөлөнән ҡолаҡ ҡаға бит, былай булғас. Ҡайҙа ғына төшөрөп ҡалдырҙы икән танытмаһын? Шул эскелек арҡаһында ғына юғалтты инде уны…” – Мәрүистең башын төрлө уйҙар сүкене. Кермәгән ишеге, соҡсонмаған тишеге ҡалманы. Өйөнөң аҫтын-өҫкә килтерҙе, мунсаһы ҡалманы, йөрөгән һуҡмаҡтарын ҡат-ҡат тапаны – юҡ тапманы танытманы, әллә ҡайҙа зым-зыя юҡ булды ла ҡуйҙы бит ҡәһәрең. Был турала ҡатынына һүҙ ҡатырға ҡыйынһынды – Нәүләһенең кеҫәһендә бутанып, танытмаһын алып йәшереп ҡуйғандыр тигән уй ике ятып бер төшөнә инһәсе. Сөнки бисәһе уның дүкәминтен алыу түгел, ғүмерҙә лә кеҫәһендә ятҡан тиненә лә тейгәне булманы. Үрһәләнде, көйәләнде Мәрүис, тик унан ғына танытма табылманы. Ә Нәүләһе белмәмеш тә күрмәмеш: ниңә эшкә сыҡмайһың да, тимәй, ниңә кәйефең юҡ, тип тә һорамай – иренең үҙе асылғанын көтә. Был көнгә ул алдан уҡ әҙерләнеп ҡуйған, грандиоз пландар ҡорған.
Аҙна-ун көн үткәс сиселде Мәрүис бисәһенә, сиселмәй ҡайҙа барһын. Отгулдары бөттө, танытма табылманы…
– Миңә бөгөн район үҙәгенә барып килергә кәрәк, – тип һүҙ башланы ул.
– Нимә булды? – тине ҡатыны, бер ни белмәгәндәй.
– Праваны юғалттым, яңыһын юллар өсөн ГАИ-ға ғариза яҙыр кәрәк.
– Ә аңлатманы нимә тип яҙырһың, эсеп юғалттым типме ни? Фу, ғәрлеге ни тора! – Нәүлә Мәрүистең яраһына тоҙ һалды.
– Нимә эшләйем һуң? Праваһыҙ мине бер кем дә рулгә ултыртмай. Ә машинаһыҙ бер көн дә йәшәй алмайым, – тигән булды хис шауҡымы менән. Шуға тауышы ла иламһырап сыҡҡандай тойолдо.
– Ун көн буйына машинаң янына сығып та әйләнмәнең, артабан да торорһоң әле, бер ни ҙә булмаҫ, әҙәм көлдөрөп районға барып йөрөмә. Эсеп, праваһын юғалтҡан да хәҙер яңыһын юллай тип, бөтә ауыл көлөр бит, һин шул турала уйламайыңмы әҙерәк? – тине Нәүлә, Мәрүистең эсендә дөрләгән усаҡҡа утын ташлап. Ир кейергә йыйынған курткаһын кире сөйгә элеп, ни ҡылырға белмәй аптырап ҡалды. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты Нәүлә боҙҙо:
– Һин ишеттеңме икән, мәктәптә машина йөрөтөү буйынса инструктор, бер үк ваҡытта завхоз, ә ҡыш көндәрендә кочегар булып йөрөгән Фәнис бер ай элек үк эштән киткәйне. Шуның урынына кеше тапмайым. Әллә эшләп ҡарайһыңмы шунда? – тине.
– Правам булмағас, мин нисек инструктор булайым, эшкә урынлашҡанда танытма һорамаҫтармы? – тип аптыраны Мәрүис.
– Ҡайғырма, – тине ҡатыны. – Һинең бисәң ябай ғына кеше түгел, директор ҙа, өҫтәүенә район Советы депутаты ла – барыһын да үҙем көйләрмен, – тине, һис килешмәһә лә “важный” булып ҡыланып. – Бөгөндән ук совхозыңа барып ғариза яҙ ҙа миңә эшкә киләһең. Тик бер шарт: уҡыусы балалар янында эскән килеш күренеү ҡәтғи тыйыла, ә эсеп, прогул яһағандарға, үҙең беләһең, статья. Йәлләп тормаясаҡмын, шартлатып эштән ҡыуасаҡмын да айырылышырға ғариза яҙасаҡмын. Ә берәй йыл эсмәй һәйбәт кенә йөрөһәң, яңы танытма юлларға ла оят булмаҫ. Ауылдаштарың алдында ла йөҙөң яҡты булыр. Ризамы?
– Үәт эт бисә, бөтөнләй стенаға терәне был, – Мәрүис ҡатынының уҫаллығына аптыраны ла, һоҡланды ла. Һәм эште оҙаҡҡа һуҙмай ризалығын бирҙе. “Ун көн бөтөнләй эсмәй торҙом бит, мужыт, тағы берәй ун көн түҙермен. Эсмәһәң, рәхәт тә икән, иртән баш та сатнамай, ғөмүмән, донъялар матурланып киткән кеүек”, – тип эстән һыҙҙы ул.
Ун көн генә түгел, ике тиҫтә йылдан ашыу ауыҙына яҡын да килтермәне Мәрүис араҡыны. Ҡура тултырып мал көттө. Алда әйткәнебеҙсә, күркәм итеп яңы өй һалды, уға тура килтереп йорт-ҡаралтыһын рәтләне. Бер йылдан һуң ҡатыны праваһын “бүләк иткәс”, тәүҙә “Ока” алғайнылар, хәҙер джипта елдерәләр. Ғөмүмән, тормошонан ҡәнәғәт Мәрүис. Бының өсөн ҡатынына мәңгелек бурыслы икәнен яҡшы аңлай, әммә уның алдында был серҙе сисмәй – боҙолоп китеүе бар, тип ҡурҡа. Шулай ҙа ир-ат менән гәпләшкәндә (араҡы эсмәһә лә, хәҙер уның һөйләр хәбәре бөтмәй икән), былай ти икән: “Демография тамам хөртәйеп, дәүләт рәсми рәүештә икенсе ҡатын алырға мәжбүр итһә лә, мин тик Нәүләм кеүекте тапһам ғына икенсегә өйләнәсәкмен”.
Һүҙемдең башында, онотмаһағыҙ, мин ауылдашым Рәмзисте лә телгә алғайным. Ул да эскелекте ташлауы арҡаһында күркәм кешегә әйләнгән. Бизнесмен булып, тыуған ерендә генә түгел, күрше ауылдарҙа ла магазиндар асып, ауыл кешеһенең мохтажлығын хәл итеүгә үҙенең өлөшөн индерә. Һәм быларҙың барыһы өсөн, моғайын, хәләл-ефете Фәйхүнәһенә бурыслылыр. Туҡтамай эскәненән һуң тартышып ятҡанында, ауыҙын ҡайырып, ҡалаҡ менән һыу ҡаптырған да, тракторҙарға тейәп, дауаханаларға илткән, унан һуң көн дә ауыл менән балнис араһын тапап, ирен үлемдән аралап ҡалған шул Фәйхүнә бит. Барыһына ла түҙҙе ул. Был эскесенән рәт сыҡмаҫ, тип ҡойроғон һыртҡа һалманы…
Бына шундай ҡатындар ҙа бар ул донъяла. Күберәк булһын улар! Сөнки беҙ мәжнүндәрҙе ир иткән дә, хур иткән дә шул бисә бит. Эх, һеҙ, бисәләр…



Вернуться назад