Оялған28.02.2014
Элек совхоз малы яҙҙан көҙгә тиклем ҡырҙа йәйләр ине. Билдәле, һауынсылар ҙа улар янында — тәбиғәт ҡосағында йәйҙе үткәрә, сентябрь баштарынан йөрөп эшләй башлай.

Сәләх һауынсылары ла Һыҙғы туғайына һауынға йөрөй. Машина ярҙамында һауа башлағас, электрик булараҡ Марат ағай ҙа улар менән бара. Көндәр ҡыҫҡарыу сәбәпле, улар иртәнге һауынға ҡараңғынан тороп китергә мәжбүр. Шулай бер көндә эштәрен теүәлләп ҡайтырға йыйына башлаһалар, ҡорамал эшләп ултыра, ә Марат ағай юҡ. Аптырашып, моторын һүндереп, ҡайтып китәләр.
Баҡһаң, электрик ағайыбыҙ һуҡмыш башы менән ҡараңғыла әсәһенең гамашын кейгән дә киткән икән. Моторын ҡабыҙып, утты тоҡандырғас ҡына нимә кейгәнен абайлап ҡалған да оялышынан, башҡалар күрмәҫ борон, тиҫтә саҡрымдағы ауылға йәйәү һыпыртҡан...

Фамилия “ярҙамы”
Элек йыл һайын районда йыл йомғаҡтары яһалған кәңәшмәгә хеҙмәт алдынғыларын саҡырып, бүләкләй торғайнылар. Автобус-фәлән булмағанлыҡтан, ауылдарҙан район үҙәгенә юлланған транспортҡа үҙ йомоштары менән барыусылар ҙа тейәлер ине.

Ғүмере буйы радист булып эшләгән Рамаҙан ағай ҙа Йылайырға үҙ эше менән бара. Йомошо тамамланғас, ҡайтыу өсөн мәҙәниәт йортона йүнәлә. Кәңәшмә лә аҙағына яҡынлай икән, зал ишеген ҡыҫып ҡарап, яҡында ғына буш урындарҙы күргәс, фойела торғансы тип, ипләп кенә инеп ултыра һәм тиҙҙән сәхнәнән үҙ фамилияһын ишетеп аптырашта ҡала. Етмәһә, уның инеп ултырғанын күргән ауылдаштары: "Рамаҙан, йүгер, һине саҡыралар ҙа баһа!" — тип ҡеүәтләргә тотона. Сәхнәнән тағы: "Где наш Куватов, не приехал что ли?" — тип ҡабатлауға, "Приехал, приехал, вот он сидит", — тип Рамаҙан ағай яғына күрһәтәләр. Бирешеп бармай торған кеше булараҡ, ағайыбыҙ кеткелдәп көлә-көлә, сәхнәгә сығып премия ала. Ә ул премия совхоздың икенсе бүлексәһендә эшләгән шул уҡ фамилиялы урыҫтыҡы булған. Ҡайһы берҙә фамилияның да файҙаһы тейеп ҡуя шул.



Вернуться назад