Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ28.02.2014
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ
2014 йылдың 31 ғинуары. Ғәҙәт буйынса, айҙың һуңғы көнөндә бурыстар менән иҫәпләшеү ҡанға һеңеп ҡалған. Беҙҙең йорт эргәһендә генә телефон, фатир өсөн түләү, төрлө тарафтарға телеграмма ебәреү, иң мөһиме — ололар өсөн транспорт картаһының срогын оҙайтыу пункты бар ине. Йомоштарымды тиҙерәк үтәйем тип, ҡабаланып ошонда килдем. Бәй, ни хикмәт, халыҡ йыйылған: әрләшәләр, чиновниктарҙы һүгәләр. Хатта бер һуғыш инвалиды таяғы менән ишеккә һуғып алды. Таяҡ та түҙмәне — һынып сыҡты.

Баҡһаң, ишеккә "Оптималләштереү маҡсатында пункт ябылды, фәлән урынға барығыҙ" тигән иғлан эленгән икән. Күрһәтелгән адрес буйынса барыу өсөн автобуста дүрт-биш туҡталыш үтергә тейешһең.
Ни эшләмәк кәрәк — барҙым. Сиратҡа урамдан уҡ баҫҡандар. 2–3 сәғәт тороп, картаны "оҙайтып" алдым.
Туҡта, мин әйтәм, оптималләштереү ти ҙә хәбәр һөйләйҙәр, нимәне аңлата икән? Ҡулыма һуңғы нәшер ителгән урыҫса-башҡортса һүҙлекте алып эҙләй башланым. Унда "оптимист", "оптимизм" һүҙҙәре теркәлгән, әммә "оптималләштереү" бөтөнләй юҡ. Тегеләренең мәғәнәһен "алға ышаныслы ҡарау, өмөт бағлау" тип тәржемә иткәндәр.
Оптималләштереү оптимизм менән тамырҙаш булғас, ҙур ышаныс белдергәйнем, үкенескә ҡаршы, өмөттәр аҡланманы. Ирекһеҙҙән Мәжит Ғафуриҙың һүҙҙәре иҫемә төштө: "Бер аҙым алға баҫам да әйләнәм мин артыма..." Үткән һәм хәҙерге заманды сағыштырып ҡарайым да элекке ваҡыт һағындыра. Оптималләштереү ышаныс менән алға ҡаратмай, киреһенсә, киләһе тормошҡа өмөттө һүндерә.
Бөгөн Рәсәй ауылдарында мәктәптәр ябыла. Донъя йөҙөндә дан тотҡан совет мәғариф системаһы юҡҡа сыға. Уҡытыусылар — эшһеҙ, дәүләт пособиеһы алыу өсөн сиратҡа баҫалар. Белем биреү коррупцияға ҡорола бара. Мәктәптән һәм кластан тыш эштәр, түңәрәктәр һәм секциялар күптәр өсөн хыялда ғына тороп ҡалды. Тәрбиәнең төп нигеҙен тәшкил иткән хеҙмәт бөтөнләй онотолдо. Хатта мәктәп майҙанында сәскәләр, ашханаға кәрәк емеш-еләк үҫтереү өсөн ата-әсәнең ризалығын, йәғни ҡултамғаһын алырға кәрәк, юғиһә директор прокурор бүлмәһенән сыҡмаясаҡ. Бөтә йыһаздары менән тәьмин ителгән оҫтаханалар хәҙер юҡ дәрәжәһендә. Балаларҙың белем кимәле түбәнәйә, тәртип яғы аҡһай башланы. Көн дә мәктәпкә 30–40 саҡрым үткән башланғыс класс уҡыусыһында уҡыу ҡайғыһы юҡ, уйында тиҙерәк йылы өйөнә ҡайтып, телевизор ҡарау. II-III класс уҡыусыларын бергә ултыртып дәрес биреү ғәҙәткә инде. Уҡытыусының абруйы төшә. Ҡасандыр фәрештәләй изге һаналып йөрөгән шәхесте бөгөн нисек кенә йәберләмәйҙәр! Ауылда эш юҡ, йәштәр ситкә китә. Әле ауыл халҡының төп өлөшөн ҡарт-ҡоро, йәғни пенсионерҙар тәшкил итә. Урамда бала күтәреп йәки коляска этәреп йөрөгән йәш әсәйҙәр осрамай. Ауыл халҡын арттырыу өсөн пенсионерҙарҙан йәш бала көтөп булмай бит инде. Шулай булғас, ауылдың киләсәгенә ышаныс ҡалмай, уның тормошо һүнеү яғына бара.
Оптималләштереү һаулыҡ һаҡлау тармағына ла ҡағылды. Ауылдарҙа дауаханалар ябыла, бала табыу йорттарын юҡҡа сығаралар. Ғөмүмән, элекке түләүһеҙ медицина бөгөн аҡса тоҡсайына әйләнә бара.
Клубтар, китапханалар ябыла. Халыҡ уҡыуҙы онота бара. Гәзит-журналдар ҙа таралмай. Тамаҡ туҡ булһа ла, рухи аҙыҡ, рух байлығы бөтөүгә табан юл алған. Әгәр тормош ошо йүнәлештә барһа, алға ышаныс менән ҡарау йәки оптимист булып ҡалыу бик икеле.
Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә кәрәк шул!


Вернуться назад