Кем ҡуйырға тейеш?28.02.2014
Күл буйында йәшәйбеҙ. Тиҙҙән боҙ ирей башлаясаҡ. Кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың, бәлә-ҡазаға тарыуы ихтимал. Тыйыу билдәләрен, мәҫәлән, «Йоҡа боҙ» йәки «Бында һыу инергә ярамай» тигәндәрен, кем ҡуйырға тейеш икән?
Асрар.
Әбйәлил районы.

Федераль закондарға ярашлы, был эште урындағы властар, үрҙә әйтелгән осраҡта ауыл хакимиәте атҡарырға тейеш. Был хаҡта 2007 йылдың 2 мартында ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһында муниципаль хеҙмәт» һәм 2003 йылдың 10 июнендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы закондарҙа әйтелә.

Ҡулланыусылар ҙа яҡлауға мохтаж
Ҡулланыусы булараҡ хоҡуҡтарымды нисек яҡлай алам? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?
Динара.
Сибай ҡалаһы.

Был өлкәләге вәкәләттәрҙе беҙҙә «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тураһында»ғы положениеға ярашлы (Рәсәй Хөкүмәтенең 2004 йылдың 30 июлендә ҡабул ителгән 322-се ҡарары менән раҫланған) Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы үтәй. Әгәр хоҡуҡтарығыҙ боҙолған икән, закон тарафынан ике юл ҡаралған. Беренсеһе – бәхәсле мәсьәләләр килеп сыҡһа, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаған ойошмаларға йә учреждениеларға мөрәжәғәт итеү. Икенсеһе – хоҡуҡтар боҙолған осраҡта судҡа ғариза яҙыу.

“Баланы йәлләйем”

Күп фатирлы йортта йәшәйем. Күршеләрҙең балаһы илауын, уны әсәһенең гел әрләүен ишетәм. Етмәһә, ҡатын улына ҡул күтәрергә лә тартынмай. Әсәнең был ҡылығы тураһында тейешле органдарға әйтмәйенсә булмайҙыр. Бала йәл. Кемгә мөрәжәғәт итергә икән?
И. НУРЛЫҒЫЯНОВ.
Бәләбәй ҡалаһы.

Йәшәгән урынығыҙ буйынса опека һәм попечителлек органдарына йә полиция бүлексәһенең бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Улар ғаиләләге хәлде тикшерәсәк. Әгәр хафаланыуығыҙ нигеҙле булып сыҡһа, ҡатынға ҡарата сара күреләсәк, һәм балаға ярҙам итеү юлдарын эҙләйәсәктәр.

Тартып алмаҫтар

Суд приставы бурысын түләмәгән кешенең теркәлеп тә йәшәмәгән, шәхси милке булмаған фатирын тартып ала аламы?
Д. ИМАЕВ.
Өфө ҡалаһы.

Юҡ, суд приставы бурыслының мөлкәтенә генә арест һала ала. Шуға күрә борсолмағыҙ.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.


Вернуться назад