Эшсе ғүмерен хәстәрләп28.02.2014
Эшсе ғүмерен хәстәрләп
“Башинформ” агентлығында республиканың Эшлекле һәм иҡтисади журналистика ассоциацияһында ҡатнашыусыларҙың сәнәғәт хәүефһеҙлегенә һәм хеҙмәтте һаҡлауға арналған осрашыуы булды.

Фекер алышыуҙа, журналистарҙан тыш, Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институты, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ҙур сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Ассоциация етәксеһе, “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева әйтеүенсә, берекмә мәсьәләнең асылына мөмкин тиклем нығыраҡ төшөнөп эш алып барасаҡ. Йыл йомғаҡтары буйынса үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткәндәргә төп федераль баҫмаларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге биреләсәк.
Сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау темаһы осраҡлы һайланмаған.
— Производствола имгәнеү хаҡында һүҙ алып барғанда беҙ, журналистар, йыш ҡына һәләк булған һәр кешенең ғаиләһе булыуы, кеше яҙмыштары тураһында онотабыҙ, — тине Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Азамат Әлмөхәмәтов.
Әле был проблемалар һәр предприятиела иң әһәмиәтлеләр иҫәбендә ҡала. Эксперттарҙың фекеренсә, ошо өлкәләге һөҙөмтәле дәүләт сәйәсәте, хәүефте дөрөҫ баһалау, өр-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү, предприятиелар етәкселеге яғынан мәсьәләгә даими иғтибар булыуы ғына хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Гребенников хәбәр итеүенсә, производствола имгәнеү осраҡтары республикабыҙҙа йылдан-йыл кәмей бара, был — власть органдарының, йәмәғәт ойошмаларының һәм эш биреүселәрҙең берҙәм, әүҙем хеҙмәттәшлегенең һөҙөмтәһе.


Вернуться назад