Горизонталь буйынса: 1. Үлсәм итеп билдәләнгән күләм, дәүмәл. 4. Бер ерҙән икенсе ергә тиклем алыҫлыҡ. 6. Мең йыл йәшәп бик хәйләкәргә әйләнгән, төрлө һүрәткә инә алған йылан. 8. Автомобилдең корпусы. 10. Дүрт ишекле, 2-3 рәтле еңел автомашина кузовы. 11. Ағастың юнғандан, сапҡандан һуң ярылып уңалған урыны, йөйө. 13. Ниҙер тураһында хәбәр килтереүсе. 16. Машинаны күтәртә торған механизм. 19. Үҙе ауҙарған кузовлы автомашина. 22. Ағыулы үрмәксе. 25. Оҙаҡ ваҡыт оборона тотоу өсөн эшләнгән ҡоролма. 26. Тиҙлекте акселераторға баҫмай үҙгәртә алыусы автомашина. 27. Муйыл япраҡлы, ваҡ ҡыҙғылт сәскәле, ҡара емешле ҡыуаҡ. 28. Балалар “икмәге”. 30. Велосипедтың төп өлөшө. 31. Ҡайһы бер ижтимағи-сәйәси йөкмәткеле документтарҙың исеме. 32. “Йәшел күҙле” машина. 35. Оҙон епкә теҙелгән эре ҡармаҡ. 36. “Йыртыҡ (...)тән көлгән”. 39. Уҡыусыны фекер йөрөтөргә өйрәтеү маҡсатында билдәле бер темаға үткәрелгән яҙма эш. 40. Еңел автомашина кузовы. 41. Тренерҙың сәғәте. 42. Шайтандар башлығы. 43. “Ҡурҡаҡ эт (...) аҫтынан өрөр”. 44. Һиндостанда таралған болан. 45. Был сәскә төндә йондоҙҙар менән һөйләшә, имеш. 46. Монополияның бер төрө.
Вертикаль буйынса: 1. Шағир, “Берлинский ансамбль” театрын ойоштороусы. 2. Йөк машинаһының йөк тейәй торған йәшниге. 3. Байкерҙың “лорнеты”. 4. Аркадий Райкиндың доценты менән танышҡан Кавказ кешеһенең исеме. 5. Тәҙрәнең асыла-ябыла торған өлөшө. 6. Флоттағы үҫмер. 7. Машинаның прицебы. 8. Ҡырҙан кире урап ҡайтҡан “ҡуян” ашамлығы. 9. Мәккәнең шифалы һыуы. 12. Рәсәйҙең “ваз кискән” ҡалаһы. 14. Һыу үткәрмәй торған ҡалын беше туҡыма. 15. Автомобилдәр, мотоциклдар ярышы. 16. Батша армияһындағы һыбайлы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән яугир. 17. Чехияның музейҙа ҡалған валютаһы. 18. Эш хаҡының бер өлөшө. 20. Николай Гоголдең повесы. 21. Сәнғәт әҫәренең хис-тойғо менән һуғарылышы. 22. Дауа — им (...). 23. Кешенең эске уй-тойғоһо. 24. Мылтыҡтың сирткесе. 29. “Йоҡо баҙары”. 32. Транса нимә ул? 33. Двигателдең ҡапҡасы. 34. Өй алды. 36. Оло юл. 37. Таш, асфальт йәки бетон түшәлгән юл. 38. Тәмәке янсығы.
ДИЛАР төҙөнө.