Тәжрибә үҙәгенә әүереләсәк28.02.2014
Тәжрибә үҙәгенә әүереләсәк
Ленин исемендәге хужалыҡ райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы рәүештә алдынғы һанала. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимовтың производствоны оҫта ойоштороуы һөҙөмтәһендә кооператив, заман ҡуйған һынауҙарҙы уңышлы үтеп, бөгөн малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлештәрен үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра, башҡа хужалыҡтарға өлгө булып тора.

Шуныһы ҡыуаныслы: кооператив Көньяҡ Урал төбәгендә иң беренселәрҙән булып “500 ферма” программаһында ҡатнашты. Күптән түгел малсылыҡ комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Төҙөлөш бик тиҙ арала тамамланды. Элекке мал аҙбарҙарының дүрт стенаһы ғына ҡалып, бүтән барлыҡ эш заман талаптарына ярашлы башҡарылды. Бөгөн бында уңайлы эш шарттары: “Авангард” һөт үткәргесе ҡуйылған, аҙбарҙар йылы һәм яҡты, елләтеү камералары эшләй. Һыу ҡыуҙырғыстар, тиҙәк сығарыу транспортерҙары урынлаштырылған.
Хужалыҡтың баш зоотехнигы Ҡәйүм Ураҙбаев әйтеүенсә, дәүләт программаһына ярашлы ферманы яңыртыу – хужалыҡ ҡына түгел, район өсөн дә ҙур ҡаҙаныш. Киләсәктә был объект тотош төбәк өсөн тәжрибә үҙәгенә әүереләсәк.
— Иң мөһиме, – ти Ҡәйүм Ринат улы, – һауынсылар һөттө элекке кеүек ауыр биҙрәләр менән ташымай, ул махсус үткәргестәр аша тәғәйен урынға бара. Малсыларҙың эше лә күпкә еңеләйҙе. Уларға ярҙамға махсус аҙыҡ таратыу техникаһы алынған. Бөгөн беҙҙең коллектив, ғөмүмән, бөтә уңайлыҡтары булған малсылыҡ комплексында эшләй.
Ҡырҡ йылдан ашыу үҙ һөнәренә тоғро ҡалған һауынсы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәйсә Сәғәҙәтованың ҡыуанысы сикһеҙ. “Хәҙер беҙ эшкә ҡунаҡҡа барған кеүек киләбеҙ, рәхәтләнеп эшләйбеҙ, таҙа кейемдә йөрөйбөҙ”, – ти ул.
Хужалыҡ етәкселеге әлегә эшселәр һанын ҡыҫҡартмаған. Төрлө һынауҙар үтһен, бар ҡоролмалар ҙа көйлө эшләп китһен, артабан күҙ күрер, ти улар. Программаға ярашлы, төҙөлөшкә һалынған сығымдарҙың яртыһы республика ҡаҙнаһынан ҡапланырға, йәғни субсидия бүленергә тейеш. Шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативы 60 баш тана һатып алырға уйлай. Районда ғына түгел, Көньяҡ Уралда тиңе булмаған был яңы проектты тормошҡа ашырыу өсөн 12 миллион һум тотонолған.





Вернуться назад