Республика халҡы Яңауыл ҡалаһындағы күп ҡатлы йортта булған һәләкәт шауҡымынан арынып та өлгөрмәне, Сибайҙа йәнә шартлау яңғыраны.
26 февралдә киске сәғәт 8 тирәһендә ҡаланың Таусылар проспектындағы 6/3 һанлы биш ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында була был хәл. Йорт хужаһы яҡты донъя менән хушлашырға ҡарар итә, әммә шартлау яңғырағас та үҙе беренселәрҙән булып фатирҙан сығып йүгерә. Һөҙөмтәлә ғәйепһеҙ кешеләр зыян күрә: һигеҙенә беренсе ярҙам күрһәтелә, шуларҙың дүртәүһе өйҙәренә ҡайтарыла. Ҡалғандары ҡала дауаханаһында ята, өсәүһенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, йорт хужаһының 70 процент тәне бешкән. Барлығы 32 кеше зыян күргән. Шулай уҡ ҡаршылағы йортта урынлашҡан бер нисә фатирҙың тәҙрәләре ватылған. Ҡазаға тарығандарға педагогия, медицина колледждары ятаҡтарынан бүлмәләр тәҡдим ителә, әммә барыһы ла үҙ фатирҙарына ҡайтырға йә булмаһа туғандарында йәшәп торорға теләк белдерә. Киске сәғәт 11-ҙә йортҡа йылылыҡ һәм яҡтылыҡ бирелгән. Әле ҡаза урынында тикшереү бара, ҡаланың дүрт төҙөлөш бригадаһы эшселәре ремонт башланы. Ҡала хакимиәте бәләгә тарығандарға 10-ар мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәткән, комиссия һәр осраҡты ентекле тикшереүҙе дауам итә.
Сибайҙар бәләгә тарығандар өсөн төрлө кәрәк-яраҡ йыя, аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр ҙә бар.
Шуныһы ҡыҙғаныс: шәхси тормошонда уңмаған ирҙең вәхшиҙәрсә ҡылығы арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр зыян күрҙе.