Ауыл белгестәренә ярҙамға28.02.2014
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең ауыл ерендә йәшәгән һәр белгескә айлыҡ компенсация түләү тураһындағы ҡарары ғәмәлгә инде. Ярҙам күләме 600 һум тәшкил итә.

Торлаҡ, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өсөн түләү йәһәтенән социаль ярҙам сараларын айлыҡ компенсация рәүешендә биреү тураһындағы закон Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан былтыр 27 декабрҙә ҡабул ителгәйне, ул быйыл 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде. Төбәктең дәүләт һәм муниципаль учреждениеларында эшләгән, ауылдарҙа, эшсе ҡасабаларында йәшәгән белгестәрҙең бер нисә категорияһы ошондай түләүгә хоҡуҡлы. Улар араһында педагогия, медицина, фармацевтика тармаҡтары, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт, физик культура һәм спорт учреждениелары, шулай уҡ ветеринария хеҙмәте белгестәре бар.
Элегерәк педагогия хеҙмәткәрҙәренән башҡаларға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса ярҙам социаль нормаға ярашлы күрһәтелә ине. Педагогия хеҙмәткәрҙәренә иһә коммуналь хеҙмәттәр хаҡы тулыһынса ҡайтарылды. Әлегә тиклем аҡса эш урыны буйынса күсерелгән булһа, бынан ары компенсация Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге филиалдары аша түләнә. Өйҙә бер нисә белгес йәшәһә, компенсация уларҙың һәр ҡайһыһына бирелергә тейеш.


Вернуться назад