Ике замандашыбыҙ һөйләшеп ултыра.
— Бер мәл, малай саҡта, вилсәпиттә урам буйлап китеп барам... — тип тарих бәйән итергә булды беренсеһе. Үҙе йылмайғандай итте: әллә тағатыр тарихы мәрәкә булыуҙан, әллә бала саҡтың үҙенең, ғөмүмән, ғәләмәт шәп бер дәүер булыуынан.
— Ыһы! Йә! — Икенсе замандашыбыҙ, шулай ихлас итеп, уны тыңларға әҙер икәнлеген белдерҙе.
— Баҙар көнө ине шикелле. Ул көндә, ғәҙәттә ҡый-һай күп була. Тырым-тырағай ятҡан пакет-тоҡсайҙарҙы, ҡатырғанан яһалған һут һауыттарын тапап, шап та шоп иҙеп барам. — Һөйләүсе ҡулдарын велосипед рулен борған рәүешкә килтерҙе.
— Бик үк иҙелмәһәләр ҙә, үҙемә шулай тойола: дошман танктарын ҡыуып тотам да һытам, тотам да һытам. Күңелле! — Нисек күңелле булғанын йөҙөнә тағы ла киңерәк йылмайыу сығарып күрһәтте. — Елдереп барған ыңғайы ярым-яланғас ҡыҙыҡай һүрәте төшөрөлгән бер һауытҡа барып менгәйнем, һоп, тәгәрәп барҙым да төштөм бит, әй!
— Дошман да гел генә еңелеп тормай шул, ул да ҡаршы атып ебәрергә мөмкин... — Тыңлаусы шулай тип һығымта яһаны.
Әммә һөйләүсе һығымта менән килешмәне:
— Юҡ, эш унда түгел ине.
— Тәгәрмәсең тишелдеме ни? — тип фараз ҡылды икенсеһе.
— Тишелмәне.
— Тормозың алғы тәгәрмәстә генә булғандыр ҙа, ҡапыл шыуҙыра тотоп, баш аша әйләнеп сыҡҡанһыңдыр?
— Ҡайҙа-а-а-н һиңә ул ваҡытта алғы тәгәрмәс менән туҡтатыу — үҙебеҙҙең совет велигы ине лә ул! Тормозы артҡыһында ла әллә йүнләп тотҡандыр, әллә юҡ.
— Нимә булды һуң? — Тыңлаусының версиялары бөттө.
— Баяғы пакет эсенә берәү... — Һөйләүсе ҡулдары менән хәҙер инде дүрткел нәмәне тотҡандай итеп күрһәтте. — Кирбес һалып ҡуйған!
— Һа-һа-һа... — Икенсе замандашыбыҙ, арҡаһына аңҡайып китеп, рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.
— Бүтән пакеттар елгә осоп йөрөгәндә бының ҡолаҡтарын елберҙәтеп кенә бер урында лыпын ятҡанына иғтибар иткәйнем дә ул былай...
— Шулай булғас, һа-һа... ниңә урап үтмәнең? — Тыңлаусы, бер аҙ тыныслана төшөп, шулай тип һораны.
— Хәҙер елдән күтәрелеп осоп китә инде, өлгөрөп ҡалырға кәрәк тип тырыштым шул. Һауыттарҙы тапап килә торғас, ҡыҙып та киткәйнем — яңынан-яңы ҡорбандар кәрәк булды.
— Шунан?
— Һыҙлана-һыҙлана тора һалдым да, кирбескә бәрелеүҙән һигеҙ һанына әйләнә яҙған тәгәрмәсте саҡ әйләндереп, ҡайтыу яғына ыңғайланым. Үҙем килеп тороп кешенән оялам. — Һөйләүсе, һай, әртис тә инде үҙе, йөҙөнә оялыу билдәһен сығарҙы.
— Ул тоҡсай эсенә кирбесте кем һалып ҡуйған һуң? — Икенсе замандашыбыҙ етдиләнергә лә өлгөргән. Тауышында хатта зыян күреүсене, йәмшәйгән ике тәгәрмәсле транспортты йәлләү ауаздары сағылғандай булды.
— Минең гел генә вилсәпиттә шулай аяҡ аҫтындағы нәмәләрҙе иҙә-йырта йөрөгәнде күргән малайҙар бар ине, шуларҙың этлеге инде.
— Вәт дошмандарҙы һин уларҙы... — Тыңлаусы, башын сайҡап, шулай тип ҡуйҙы. Ғәжәп, “дошмандарҙы” тиһә лә, был һүҙ әллә ни уҫал яңғыраманысы. Һөйләүсе лә, башта әйтелеүенсә, быны йылмайып ҡына бәйән итте.
Был тарихты ишеткән беҙ: “Донъяла самаһыҙ ҡыҙырға, хаттин ашырға ярамайҙыр ул. Уңыш артыҡ ишәйә башлаһа ла, был ни ғәләмәт тип, һағая төшөү фарыздыр”, — тигән һығымта яһаныҡ.
Рәсүл Сәғитов