Әрменән көтөп алдыҡ26.02.2014
Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Беҙ үҫкән ваҡытта ҡыҙҙар-апайҙар: “Әрменән кире ҡайта эшкинмәгән егеттәр”, – тип йырлай ине.

Ғүмер үтә, бына беҙҙең ғаиләләге өсөнсө быуынға ла ошо бурысты үтәү ваҡыты етте. Тормош иптәшем Винер (мәрхүм) Ҡытай сигендә ил һаҡсыһы булған. Ул ваҡытта әрме өс йыл ине, дүрт йылға яҡын намыҫлы хеҙмәт иткән, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Һөйләүе буйынса, ул дүрт йылға яҡын башҡортса-татарса бер һүҙ ҙә ишетмәй. Өфөгә килеп төшкәс, туған телдә һөйләшкәндәрен тыңлап, күҙенән йәш эркелгән. Тыуған ил, тыуған төйәк, туған тел ҡәҙерен, бөйөклөгөн бына шунда тояһың.
Улыбыҙ Мөнир ҙә атаһына оҡшап сәләмәт, тырыш, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫте. Салауат индустриаль техникумын (хәҙер колледж) бөтөргәс, йүнәлтмә буйынса Себерҙәге Тобольск ҡалаһына ебәрелде. Ай ярым эшләгәс, Йәнырыҫ ауылына бер нисә көнгә ялға ҡайтты. Ноябрь баштары ине. “Иң абруйлы хәрби частарға алып бөтәләр инде, мин ҡайҙа эләгермен”, – тип борсолдо ул. Сәләмәт, әҙерлекле булғас, улым үҙен бөтә яҡлап та өлгөлө хәрби часта хеҙмәт итергә лайыҡлы һананы. “Әгәр әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килһә, мин Себерҙән ҡайтып, һеҙҙең менән хушлашып китермен”, – тип яңынан эшенә китте.
Теркәлгән урыны буйынса повестка килгәс, ҡайтып һаубуллашырға мөмкинлеге лә булмаҫ, тип шул саҡта уйлап ҡуйғайным инде... Баланы әрмегә оҙатыу ата-әсә, яҡындар өсөн еңелдән түгел. Иҫән-һау ҡайтырмы, ауырлыҡтарға сыҙармы, йөҙөбөҙгә тап төшөрмәҫме тигән уйҙар башымдан сыҡманы.
Улым эшенә китеп, бер аҙ ваҡыт үткәс, унан хат килде: “Мин Белоруссияла, Һауа-Десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башланым”. Хәбәрҙе нисек ҡабул итергә лә белмәй, юғалып ҡалдым. Кешеләр балаларын күмәкләп, туған-тыумаса, дуҫ-иш менән изге теләктәр әйтеп оҙата. Минең балама кемдәр хәйерле юл теләне икән, тип борсолдом. Икенсе яҡтан, балам иҫән-һау, үҙе теләгән ергә хеҙмәткә эләккән, тип шатлыҡтан күҙ йәштәрем аға...
Был 1986 йыл, Афғанстанда ҡаты һуғыштар, ҡан ҡойош барған осор ине. Төндәрен уянып, балаҡайым иҫән генә булһын, Афғанстанға ебәрә күрмәһендәр, тип илай торғайным. Аллаға шөкөр, теләгемде ҡабул ҡылды, улым ике йыл буйы бер урында кесе сержант булып хеҙмәт итте. Хат һайын: “Балам, мин ҡурҡҡан ергә ебәрмәйҙәрме?” – тип һорайым. Ул ваҡытта хат менән генә хәбәрләшәбеҙ. Яуап килмәй торһа ла, ҡурҡыта. Килһә, конвертын ҡулға алғас, үҙ ҡулы менән яҙылдымы икән, тип ҡарарға ҡыймай торам. Шулай яна-көйә ике йыл үтеп китте. Улым 1988 йылдың 5 декабрендә иҫән-һау ҡайтып төштө: бына бәхет, шатлыҡ йәштәре...
Ә бит минең кеүек зарығып, улдарын көтөп ала алмаған әсәйҙәр шул осорҙа байтаҡ булды, күпме йәш егеттең ғүмере Афғанстанда, һуңғараҡ Чечня ерендә өҙөлдө.
Хәҙер улым менән киленемдең беренсе улдарына ла илде һаҡлау бурысы етте. Ленар ейәнем, Салауат индустриаль колледжын бөтөрөргә бер йыл ҡалғас, әрме сафына алынды. Баланың балаһы балдан татлы, тип юҡҡа әйтелмәй икән. “Нәнәй, мин әрмегә повестка алдым”, – тигәс тулҡынланыуым...
Мәҡәләмде ғорурлыҡ хисе менән яҙам. Оло ейәнем дә – бөтә яҡлап һәләтле егет. Уға биргән тәрбиә өсөн улым менән Әлфиә киленемә рәхмәт!
Бүрәт Республикаһының Кяхта ҡалаһында спецназда хеҙмәт итте ул. Үҫеп еткәс, әрме тураһында һүҙ сыҡһа, “Мин атайым кеүек ВДВ-ла хеҙмәт итәсәкмен”, – ти ине.
Изгелектәр юрай торғас, бәхетле көндө лә көтөп алдыҡ, һалдатыбыҙ былтыр 26 майҙа ҡайтып төштө.
Ейәндәргә бай өләсәй мин, дүртәү улар. Оло ейәнем Ленар булһа, унан бәләкәйерәгенә – 12, кинйәһенә – 5 йәш, ә ҡыҙымдың улы Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалында II курста белем ала. Һәммәһен дә яратып, һоҡланып туя алмайым.
Әле әрменән ҡайтҡаны беренсеһе бит, шуға ла минең өсөн был ваҡиға бигерәк ҡәҙерле. Ленарым һау-сәләмәт, таҙарып, тағы ла етдиләнеп, бөтәбеҙгә лә бүләктәр менән ҡайтып төштө. “Балаҡайым, һин үҙең бүләк, кем һалдаттан күстәнәс өмөт итә инде”, – тип ҡосаҡлап, шатлыҡлы күҙ йәштәремә ирек бирҙем. Ҡалған ейәндәремә лә – Динарыма, Эльнарыма, Эльвирыма – Аллаһы Тәғәлә киләсәктә ошо изге хеҙмәт юлында именлек насип итһен.
Был мәҡәләне уҡыған мосолмандар аптырабыраҡ ҡалыр: бөтә ейәндәренең исеме “нар”ға бөтә, ә “нар-нәр” ғәрәпсә “ут” тигән һүҙ. Былай ҙа эсем бошоп йөрөй ине исемдәренә. Ленар әрмегә китергә булғас, ҡөрьән ашы ойошторҙоҡ. Әлфиә киленемә аңлатып биргәс, рәхмәт, һүҙемде кире ҡаҡманы. Шул мәжлестә өс ейәнемә лә аҙан менән башҡа исем ҡушылды. Хәҙрәт килгәнсе үҙҙәре исем һайланы. Әрмегә юлланасаҡ Ленарға – Сәйет, уртансы ейәнем Эльнарға – Сөләймән, (кесеһе тыуғас, Эльвир – Миңлеғәли тип исем биргәйнек), ҡыҙымдың улы Динарға Мөхәммәт тигән исем бирелде.
Мәҡәләмде йомғаҡлап шуны әйткем килә: күгебеҙ аяҙ, балаларыбыҙ һау-сәләмәт булһын, ә әрмеләгеләрҙән ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килеп торһон. Хоҙай һалдаттарға сабырлыҡ, уларҙың командирҙарына кешелекле сифаттар бирһен.
Флүрә ШӘРИПОВА,
Рәсәйҙең халыҡ
мәғарифы
отличнигы.



Вернуться назад