Ниңә өлкәндәр бәғерһеҙ?26.02.2014
Былтыр тәфтишселәр 4,5 мең енәйәт эшенең 2,5 меңен тикшереп, 90 процентын судҡа ебәргән. Бынан тыш, үткән йылдарҙан ҡалған 151 эш ҡаралған. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса кәңәшмәһендә әйтелде.

Идаралыҡ етәксеһе юстиция генерал-майоры Алексей Касьянов Башҡортостанда, Волга буйы федераль округындағы башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, кеше үлтереү кеүек айырыуса ауыр енәйәттәрҙе фашлау һанының юғарыраҡ булыуы хаҡында әйтте. Былтыр бындай 390 осраҡ теркәлгән. Был, 2012 йыл менән сағыштырғанда, 30-ға күберәк. 2013 йылда бәлиғ булмаған 400-ҙән ашыу бала зарар күргән. Уларҙың күбеһен көсләргә маташҡандар. Ошондай зыян күргәндәр араһында хатта бер йәше лә тулмаған бәпес бар! Бынан тыш, 37 бала үлгән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр һаны артҡандан-арта. Республика илдәге үҫмерҙәр суициды буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. Былтыр 37 ҡыҙ һәм малай үҙенә үҙе ҡул һалған. Быға иң тәү сиратта өлкәндәрҙең бәғерһеҙлеге ғәйепле, – тине А. Касьянов.
Экстремизм, коррупцияға ҡаршы енәйәт эштәрен асыу Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, республика Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә атҡарыла, тип билдәләнде кәңәшмәлә.
Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров иһә прокурорҙарға кире ҡайтарылған енәйәт эштәренең кәмеүе хаҡында әйтте. Ул тәфтишселәргә законлылыҡты үтәүҙе киләсәктә лә төп маҡсат итеп ҡалдырыу кәрәклеген билдәләне.
Кәңәшмәлә республиканың иң яҡшы тәфтиш бүлексәләре лә асыҡланды. Һәйбәт эш күрһәткестәре буйынса Нефтекама район-ара тәфтиш бүлексәһе – I, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлексәләре – II, Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса һәм Әлшәй район-ара тәфтиш бүлексәләре III урынға лайыҡ булды. Ошо уҡ көндә иң яҡшы тәфтишселәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына енәйәтсене тоторға ярҙам иткән 26 йәшлек ҡатын да бар ине.
Былтыр 21 ноябрҙә Белорет районының Тимер юл ауылында ун ете йәшлек егет бәләкәй ҡыҙҙы көсләп, гараждар артына һөйрәй. Ошо ваҡытта Стәрлетамаҡ юл дистанцияһының контроль-үлсәү пункты электр механигы Радда Зарубина эргәнән үтеп барған була. Эске һиҙемләүе ҡатынды егет артынан эйәрергә өндәй. Аҙаҡ, енәйәт ҡылынғанлығын аңлағас, ҡысҡырып ебәрә. Уның тауышын ишеткән егет баланы етәкләп ала ла ҡаса. Әммә Радда ла аптырап ҡалмай, бер саҡрым тирәһе уларҙың артынан йүгерә һәм, енәйәтсене тотоп, хоҡуҡ һаҡлаусыларға тапшыра. Унан: «Йәш кенәһегеҙ, ҡурҡманығыҙмы?» – тип һорағас, «Бер нәмә хаҡында ла уйламаным. Кескәй баланың ғүмерен ҡотҡарыу ине төп маҡсатым. Үҙемдең дә өйҙә дүрт йәш ярымлыҡ улым үҫә бит», – тип яуап бирҙе.
Батыр ҡатынға Рәсәй Тәфтиш комитетының «Ярҙамы өсөн» миҙалы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
Бына шулай, бөтә йәмәғәтселек менән енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барғанда, тормошобоҙҙа кире күренештәр ҙә кәмер ине.


Вернуться назад