Бушлыҡҡа киткән һөрән һалыу26.02.2014
Бушлыҡҡа киткән һөрән һалыу
Дәүләт Думаһында тыуымды арттырыуҙың иҡтисади алымдарын уйлап табыу өҫтөндә эш алып барыла, тип хәбәр итә “Парламентская газета” “Укрощение строптивой демографии” тигән мәҡәләһендә. Былтыр декабрҙә тыуым үлемдән 23 мең кешегә күберәк булыуға ҡарамаҫтан, алдағы йылдарҙа Рәсәйҙе тәрән демографик көрсөк көтә, сөнки бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙ ике тапҡырға кәмейәсәк.


Әсәлек капиталы тирәләй
Түбәнге палатаның профилле комитеты рәйесе урынбаҫары Ольга Баталина ошо темаға арналған "түңәрәк өҫтәл"дә белдереүенсә, халыҡтың кәмеүенә юл ҡуймау өсөн ғаиләләрҙә икенсе, өсөнсө һәм унан да күберәк баланың тыуыуына мөмкинлек биргән демографик сәйәсәт кәрәк.
Гәзиттәге мәҡәләлә тыуымдың артыуына ҡамасаулаған сәбәптәр ҙә билдәләнә. Әйткәндәй, уларҙың береһе лә яңы түгел: ғәмәлдә йәшәү рәүешенә бәйле йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, эскелек, тәмәке тартыу. Тағы ла торлаҡ мохтажлығы атап кителгән, ул турала алда һүҙ булыр әле. Был юлы парламентарийҙар ни өсөндөр фәҡирлек мәсьәләһен урап үткән, уның ҡарауы, етеш көн күргәндәрҙе күберәк бала таптырыуға ынтылыш ярылып ята. Хатта балаһыҙлыҡ өсөн айырым һалым индереү кәрәклеге тураһында ла етди һүҙ ҡуҙғатыла.
Шул уҡ ваҡытта депутаттар әсәлек капиталының күп осраҡта эшләмәй генә йәшәү сығанағына әүерелеүен дә танырға мәжбүр. Ысынлап та, пособие һәм әсәлек капиталы алыу өсөн бала тапҡандар ҙа хәҙер аҙ түгел.

Торлаҡ кәрәкһә, бала тап!
Бер ҡарағанда, торлаҡ етешмәү менән әсәлек капиталы араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ кеүек. Киреһенсә, торор мөйөшө юҡ йәки ҡыҫынҡы икән, ғаилә бала һанын арттырып бармай. Был — тәбиғи күренеш. Ләкин ғаиләләрҙең 97 процентының әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәки фатир алыу өсөн тотоноуын тәбиғи хәл тип атарға бер ҙә тел әйләнмәй. Бындай аҙым сараһыҙҙың көнөнән яһала, һәм уның киләсәктә көтөлмәгән проблемалар тыуҙырыу ихтималлығын күҙ алдына баҫтырыуы ла ауыр.
Донъяның башҡа илдәрендә демографик хәлде яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелә? "Түңәрәк өҫтәл"дәге һөйләшеүҙә телгә алыныуынса, Скандинавия дәүләттәрендә балалар учреждениелары түләүһеҙ, әсәгә эш хаҡы күләмендә пособие бирелә. (Был дәүләттәрҙә шулай уҡ оборона сығымдарына ҡаҙнаның өстән бер өлөшө тотонолмауы ла әһәмиәтле). Германия менән АҠШ-та балалы ғаиләләр һалымға ташламаларҙан файҙалана, Францияла ла социаль яҡлауҙың отошло алымдарын уйлап тапҡандар. Әсәлек капиталы иһә — Рәсәй феномены.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашҡандар ошондайыраҡ стимулдарҙы беҙҙә лә индереү кәрәклеген хуплай, хатта күп балалы ғаилә башлыҡтарына юғарыраҡ эш хаҡы түләү идеяһын да күтәрә. Ни рәүешле? Беренсенән, уға аҡсаны ҡайҙан, кем кеҫәһенән алырға? Икенсенән, быны башҡаларға ни рәүешле аңлатырға?

Тәҡдимдәргә ҡытлыҡ юҡ та...
Яңыраҡ Екатеринбург ҡалаһында ла демография мәсьәләләренә арналған конференция булып үтте. Бындағы борсолоуҙар ҙа депутаттарҙыҡына ауаздаш, тик фекерҙәр генә айырымыраҡ һәм тәҡдимдәр ҙә күберәк. Конференцияла, мәҫәлән, икенсе, өсөнсө, ғөмүмән, балалар тыуыуына торлаҡ мәсьәләһе ҡамасаулай тигән фекер ҙә урын алған. Бергә йәшәүҙең туғыҙ йылында ғаиләләрҙең 60 проценты тарҡала икән, был, ысынлап та, демографияла кире сағылыш тапмай ҡалмай. Тағы бер етди сәбәп – баланы төшөртөү. Был йәһәттән Рәсәй донъяла беренсе урында.
Илдә демография мәсьәләләре менән етди шөғөлләнеү етешмәй, ти конференцияла ҡатнашыусылар. Хатта бер генә махсус институт та юҡ. Тыуымды дәртләндереү буйынса демография, миграция һәм төбәктәр институтының күҙәтеүселәр советы рәйесе Юрий Крупновтың фекерҙәре араһында иғтибарға лайыҡ, әммә ғәмәлгә ашырылыуы шиклеләре лә бар. Мәҫәлән, илде индустриялаштырыу һөҙөмтәһендә социаль сәйәсәтте яҡшыртыу, мегаполистарҙы үҫтереү сәйәсәтенән баш тартып, бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарға тигеҙ үҫеү өсөн шарттар булдырыу, балалар өсөн лайыҡлы пособие түләү һ.б.
Беҙҙә ғаилә культын булдырырға кәрәк, ти ғалим. Был фекерҙе күптәр яҡлай, тик уға нисек өлгәшергә? Эйе, йәмғиәтебеҙҙә идея биреүселәргә һис тә ҡытлыҡ юҡ, ләкин теге йәки был проблеманың асылын, уны тыуҙырған сәбәптәрҙе асыҡларға ынтылышҡа ғына ҡытлыҡ. Был хаҡта һөрән һалыу сикһеҙ бушлыҡҡа китеп юғалған кеүек.
Ошо йәһәттән яңыраҡ “Литературная газета”ла донъя күргән “Последние на земле” тип аталған күләмле яҙмала бәйән ителгәндәр мәсьәләгә яңы ҡараш аса кеүек. Психолог һәм антрополог, “Историческая психология и социология истории” журналының баш мөхәррире Акоп Назаретян былай ти: "Һәр быуын унан алдағыһынан көсһөҙөрәк булып тыуа һәм медицина, гигиена, көнкүреш уңайлыҡтарына бәйле көн итергә мәжбүр. Биологик күренеш булараҡ, кеше үҙ үҫешенең сигенә етеп килә һәм уның Ер шарында һуңғыһы булыуы ла ихтимал". Шулай булғас, тыуымдың кәмеүенә ғәжәпләнергә урын ҡаламы? Был, ысынлап та, айырым һөйләшеү темаһы.


Вернуться назад