Техник күҙәтеү – иң беренсе урында13.01.2012
2012 йылдың 1 ғинуарынан "Транспорт сараларына техник күҙәтеү һәм Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыу акттарының ҡайһы берҙәренә үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон тулы көсөнә инде.
Әле транспорт сараларына техник күҙәтеү тулыһынса юридик ойошмаларҙың ҡарамағына тапшырылды (әммә 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем автомобилдәрегеҙгә техник күҙәтеүҙе Дәүләт автомобиль инспекциялары пункттарында үткәрә алаһығыҙ). Быға тиклем ул бурысты Эске эштәр министрлығы башҡарҙы.
Ошо Законға ярашлы, халыҡ телендәге "техосмотр" төрлө автомобилдәргә төрлөсә ҡаралған. Мәҫәлән, өр-яңы автомобиль хужаларына өс йыл һуҙымында был йәһәттән борсолорға урын юҡ. Әгәр машинағыҙ "өс йәш"тән үтеп "ете йәш"кә етһә, уны ике йылға бер тапҡыр үтергә кәрәк, унан да “өлкәнерәктәр”гә һәм ауырлығы 3 тонна ярым булған йөк машиналарына техник күҙәтеү үтеү йыл һайын ҡаралған. Тағы ла бер уңайлы яғы – автомобиль ҡайҙа теркәлеүенә ҡарамаҫтан, техник күҙәтеүҙе үҙең теләгән йәки һиңә уңайлы урында үтергә мөмкин. Ә бына уҙған йылдарҙан айырмалы әле автомобиль һатып алһаң, иң беренсе ҡулға техосмотр талонына эйә булыу шарт. Ошо документ нигеҙендә машинаны страховкалай алаһығыҙ, аҙаҡтан инде теркәү үткәрәһегеҙ (элек ОСАГО түләгәндән һуң машинаны теркәтергә кәрәк ине, һуңынан ғына техник күҙәтеү үтә).
Әйтеүҙәренсә, быларҙың барыһы ла эште һәр йәһәттән дә еңеләйтеүгә килтерәсәк, хаҡтар ҙа ул тиклем үк "тешләшмәйәсәк". Элек Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә техник күҙәтеү талонын күрһәтеү мотлаҡ ине, хәҙер улар "ОСАГО"-ны ғына һораясаҡ.