Төп бурыстарынан ситләшмәһендәр26.02.2014
Матбуғат баҫмаларының береһендә яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновтың “...бөтә ил буйынса почта эшенең кәмәһе ҡомға терәлде бит” тип яҙған юлдарын уҡығас, күптәр был фекер менән килешәлер, тип уйлайым. Ошо өлкәгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙең киҫкенләшеүе почта, гәзит-журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәрен, халыҡты борсоуға һалғанлыҡтан, был хаҡта өндәшмәй ҡалып булмай.

Ауыл ерҙәрендәге почта бүлексәләренең барыһы ла тиерлек сауҙа нөктәһенә әйләнде. Күптәр көнкүреш тауары менән бергә аҙыҡ- түлек һатып алырға ла почта магазинына килә, ә унда әйберҙең төрлөһө бар.
Почта хеҙмәткәре төп бурысынан тыш, тауарға тип инеүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, әллә күпме ваҡытын һатыусы ролендә үткәрергә мәжбүр. Ҡайһы берҙә матбуғатҡа яҙылыу йомғаҡтары хаҡында белешергә теләгән хәбәрсенең һорауына яуап бирергә лә бушамайҙар, сәй-шәкәр алырға килгән ололарҙы көттөрөү, сират булдырыу уңайһыҙ бит.
Ауылдарҙағы почта бүлексәләренә ингәс, ҡайһы саҡта әллә келәткә юлыҡтыммы икән тигән уй ҙа төшә башҡа. Тар бүлмәлә нимә генә юҡ! Ярай инде, өҫтәлдәге компьютер бик кәрәкле замана техникаһы, унан башҡа тоҡ-тоҡ әйбер, йәшниктәр урын алған, баҫыр ер ҙә юҡ. Һатып алыусылар, түҙемһеҙләнеп, алғараҡ үтергә тырыша.
Ә матбуғатҡа яҙылыу осоро етһә, почталарҙа элекке кеүек йәнлелек күҙәтелмәй. Ауылдаштар яҙылды ни ҙә юҡ ни, сөнки аралашыу, аңлатыу, ҡыҙыҡлы, уҡымлы гәзит-журнал тәҡдим итеү, район баҫмаһына яҙҙыртыу урынына сауҙа эше алғараҡ сыға. Һуңынан йомғаҡ яһағанда почта хеҙмәткәрҙәре: “Халыҡ яҙылырға теләмәй, план үтәлмәне”, — тип аҡлана. “Һатыусы” булғас, төп эшең нисек алға китһен?
Күп кенә уҡыусыларыбыҙ: “Хат ташыусы ситләп үтә лә китә, инеп хәл-әхүәл белешеп сыҡһа, арыу булыр ине”, — тип зарлана. Еңел булмаған ошо һөнәрҙе үҙ иткәндәр халыҡҡа яҡыныраҡ булырға тейеш, һәр кемдең күңел торошона яуап бирерлек йылы һүҙ әйтеп ебәреү ҙә зыян итмәҫ ине, тип уйлайым. Йылы һүҙ — йән аҙығы, тип юҡҡа әйтмәгән бит атай-олатайҙар.
Почта элемтәһе хеҙмәте хаҡында юғары даирәләрҙә һүҙ ҡуҙғатылды инде, шуға күрә өмөтһөҙлөккә бирелмәй генә ыңғай үҙгәрештәр булырына, эштәренең яйға һалынырына ышанғы килә.



Вернуться назад