Эйе-эйе, сөнки Наталья Тухтарова үҙ эшенә яуаплы ҡарай. 30 градустан да һыуығыраҡ көндәр тора. Урамда кеше һирәк. Тәбиғәттең ҡырыҫлығына үпкәләп торғанда ҡаршымда баштан-аяҡ уранған ҡатын пәйҙә булды. Мөләйем генә был гүзәл заттың почта хеҙмәткәре икәнен сумкаһына ҡарап аңланым.
“Был һыуыҡта ниңә яфаланып йөрөйһөң?” – тигән һорау бирмәһәм дә, аңлашыла инде – үҙ бурысына яуаплы ҡарай Наталья Тухтарова. Их, барлыҡ матбуғат өләшеүселәр ҙә, ғөмүмән, барыбыҙ ҙа шулай яуаплы булһа, бәлки, тормошобоҙ ҙа алға китер ине, тип уйлап ҡуйҙым.
– Гәзит ҡасан сыға, шул көндә үк уҡыусыһына барып етергә тейеш – беҙҙең принцип шундай. Тейешле баҫмаһын ҡулына ваҡытында төшөрә алмай яфаланыусыларҙың хәлен яҡшы аңлайым. Әммә ғәйепте бер яҡтан ғына эҙләмәйек, ватыҡ почта йәшниктәре хаҡында ла оноторға ярамай, квитанциялар менән дә проблемалар тыуып тора. Бынан тыш, шәмбелә ҡайһы бер коллективтар ял итә, улар беҙҙә гәзит-журналды дүшәмбе иртән генә ҡулына ала, — ти ҡаланың 26-сы бүлексәһе хеҙмәткәре. Ысынлап та, нисә тапҡыр һынаған бар, Натальяның “Башҡортостан”ды һуңлатып килтергәне юҡ!
Шуныһын да әйтмәй булдыра алмайым: Наталья менән аралашҡан арала, күпме генә көтһәм дә, 5-6 мең һумлыҡ ҡына эш хаҡына зарланыу һүҙен ишетмәнем. Ишетһәм дә, ул хаҡлы бит?
…Совет заманында почта хеҙмәткәрҙәренә ауылды бер көндә ике-өс тапҡыр урап сығырға тура килгән. Бөгөнгө көнитмешебеҙҙе шул ваҡыт менән сағыштырһаң, биш дана гәзитте лә таратырға иренеп ятҡан почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә иҫең китер.
– Ана, Наталья Тухтарованан өлгө алығыҙ! — тип әйткем килә уларға.