Яратҡан шөғөлөнөң, тәүәккәлләп тотонған эшенең оҫтаһы булып танылыу өсөн йәш кешегә күпме ваҡыт кәрәк? Был һорауға яуап итеп күптәр, моғайын, байтаҡ ҡына ыҙаларға тура килер, тиер. Йәнәһе, шарттар юҡ, киләсәкте күҙаллауы ҡыйын, башҡа ауырлыҡтар ҙа аҙым һайын. Әммә Ҡамышлытамаҡ ауылында йәшәгән Салауат Мофаззалов һис тә улай иҫәпләмәй. Уның фекеренсә, иң мөһиме — маҡсатҡа ынтылыш һәм эшеңде күңел биреп атҡарыу. Ошондай сифаттар булмағанда мөмкинлектәреңде аса һәм уны кәрәкле яҡҡа йүнәлтә алмайһың.
Салауат тормошта осраған һәр хәл-ваҡиғаға ысынбарлыҡ күҙлегенән ҡарарға күнеккән. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң егет тәүәккәлләп 60 гектар ер ала. Иген сәсә һәм берсә көйөнә, берсә һөйөнә-һөйөнә тәүге уңышты йыйып ала. Әйтеүе генә анһат, ер кешеһе өлөшөнә төшкән мәшәҡәттәрҙе атҡарыу өсөн күпме көс түгелгәнен үҙе генә белә. Әллә күпме кәртәләрҙе үтеп өлгәшә ул маҡсатына.
Ҡаршылыҡтарҙы йырып сыҡҡас, йәғни бер аҙ ҡулы бушағас, сәсеүлек майҙанын киңәйтмәксе була. Башлаған эшенең киләсәген ҙур итеп күрә ул. Ҡураһы тулы мал-тыуар, тәрбиәләп кенә өлгөр!
Салауат Мофаззалов халыҡтан һөт йыйып тапшырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған. Был шөғөлгә тотоноуына ла дүрт йыл инде.
— Минең һөт йыя башлауым ауылдаштарым өсөн дә яҡшы, сөнки аҡ тапшырып, ҡулдарына аҡса ала бит, — ти ул.
Салауат йәш булһа ла, ерҙә ныҡ баҫып торған ир-аттың береһе. Йортона ла һүҙ тейҙерерлек түгел, һәр яҡлап өлгөлө, эргәһендә хәстәрлекле ҡатыны, шатланып-ҡыуанып балаһы үҫә. Замандан артта ҡалмаҫ өсөн белемен арттырыуҙы ла кәрәкле һанаған ул. Баҡалылағы 78-се һөнәрселек училищеһында алған белеме менән сикләнмәйенсә, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға ингән. Маҡсатына ынтылышы нәҡ ошонда күренә лә инде.