Һәр фекерегеҙ ҡиммәт26.02.2014
Гәзиттең Интернет селтәрендәге сайты (www.bash.bashgazet.ru) көн дә тулыландырыла. Шуға ла гәзитте алдыра алмаған, йәғни алыҫ тарафтарҙа йәшәгән уҡыусыларыбыҙ һуңғы яңылыҡтарҙы беҙҙең сайттан уҡый, үҙенә оҡшаған мәҡәләләргә ҡарата шунда уҡ фекерен дә яҙып ҡалдыра ала. Был ысул күптәргә уңайлы. Редакция хеҙмәткәрҙәренә иһә сайт ҡайһы яҙманың уҡымлыраҡ икәнен, гәзиттә күтәрелгән ниндәй проблеманың халыҡҡа яҡыныраҡ булыуын асыҡларға ярҙам итә.

Һуңғы осорҙа иң уҡымлы мәҡәләләр исемлеген булдырыуҙың отошло икәнен асыҡланыҡ. Бөрйән районының "Таң" гәзите журналистары Айһылыу Ғарифуллина менән Таңһылыу Баһауетдинованың "Журналист кемдеке, йәки Ни өсөн киң мәғлүмәт саралары яҡлауһыҙ?" тигән мәҡәләһе гәзиттә баҫылғандан алып ул рейтингта беренсе урынды биләй. Был яҙманы 400-гә яҡын кеше уҡып сыҡҡан. Уларҙың күпселеге, моғайын, беҙҙең тармаҡ хеҙмәткәрҙәрелер.
Руфина исемле уҡыусыбыҙ фекере менән уртаҡлашырға ла тартынмаған. "Айһылыу һәм Таңһылыуҙың яҙғандары менән тулыһынса килешәм. Бөгөн журналист яҡланмаған да, һаҡланмаған да. Ғүмерен журналистикаға бағышлаған, кеше проблемаларын хәл итеүгә көсөн, оҫталығын, һүҙ байлығын, сабырлығын һалған хәбәрселәр бөгөн үҙҙәре күңелһеҙ хәлдә. Хатта ҡыҙғаныс, аяныс хәлдә. Ҡасанға ҡәҙәр дауам итер был? Хеҙмәттәштәребеҙ оло темаға әүҙемерәк ҡушылһын ине..." — тигән ул.
Бөрөнән Рияз Мәсәлим: "Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: журналистарҙың да төрлөһө була. Хакимиәт эргәһендәгеләре, олигархтар менән бәйләнеш тотҡандары, депутаттарҙы маҡтаусылары ла бар. Улар балда-майҙа ғына йөҙәлер... Ялағайҙары күберәк түгелме икән? Сөнки гәзит-журналдарҙа ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлап яҙыусылар ифрат һифрәк. Ә бына башлыҡтар, депутаттар, етәкселәр хаҡында материал тулып ята, хатта халыҡ ундай баҫмаларға күҙ ҙә һалмай. Шуның өсөн дә матбуғат баҫмаларын яҙҙырып алдырыусылар йылдан-йыл кәмей", — тип был мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдергән.
Венер Исхаҡовтың "Журналистың ҡуйын дәфтәренән" тип аталған яҙмаларын да уҡыусылар яратып ҡабул иткән. "Әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе Венер ҡустым ҡайһылай үткер күҙле күҙәтеүсе икән. Хикәйәләр тап сәпкә тейә бит. Афарин, шулай яҙып тороғоҙ! Рәхмәт һеҙгә шундай һәйбәт, ғибрәтле яҙмаларығыҙ өсөн!" — тип хеҙмәттәшебеҙҙе маҡтап ебәргәндәр.
Сайтыбыҙҙа "Батырхан бабайығыҙ" тип теркәлгән уҡыусыбыҙ абруйлы журналист Динә Арыҫланованың "Берҙәмлек менән көслөбөҙ" тип аталған мәҡәләһен уҡығандан һуң автор менән тулыһынса килешеүен белдергән. "Эйе шул, Динә һылыу, һуңғы ике йылда гәзиттең йөкмәткеһе бик байыны. Мәскәү гәзиттәре был яҡтан һеҙҙән ныҡ ҡалыша. Уларҙа төп тема — әртистәрҙең насар ҡылығы һәм Собчак, Волочкова кеүектәрҙе пропагандалау. Ғәҙел баһа билдәләүсе, валлаһи, һеҙгә "бишле" ҡуйыр ине. Гәзитте рәхәтләнеп уҡыйбыҙ ҙа, һеҙгә рәхмәт әйтеп, доға ҡылабыҙ. Алға!"
Сайтҡа инеүселәрҙең әүҙемлегенә ҡарағанда, "Ветеран" ҡушымтаһында донъя күргән яҙмалар ҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәҫәлән, журналист Әнүәр Сөләймәновтың "Йәшәйем мин донъяла сабыр итеп..." тип аталған яҙмаһын 430 тапҡыр уҡығандар.
Дилбәр Ишморатованың М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тураһындағы "Милләт ышанысын аҡлау юлында" тигән мәҡәләһен 772 кеше уҡып сыҡҡан. Уларҙың күбеһе студенттыр тип уйлайбыҙ.
Даими авторыбыҙ, драматург Гөлшат Әхмәтҡужинаның "Һынауҙарҙы еңгән һөйөү" тип аталған мәҡәләһен 120 кеше уҡыған. Ҡырмыҫҡалы районынан Гөлфирә Ҡотлоғәлләмованың "Дошмандар айыра алманы" тигән яҙмаһы менән 115 кеше танышҡан.
Ир-егет "Тәгәрмәс" махсус битен яратып уҡый икән. Был тупланмалағы һәр мәҡәләне 100-ҙән ашыу уҡыусыбыҙ ҡарап сыға. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһынан А. Үҙәнбаевтың "Автомобиль йөрөтөүсене кем яҡлар?" тигән мәҡәләһен 122 кеше уҡыған.
"Башҡортостан" гәзитенең сайты — уҡыусы менән журналист араһындағы ижади күпер, фекер уртаҡлашыу майҙаны улы. Шуға, тартынмайынса, үҙ ҡарашығыҙҙы белдерегеҙ, борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сығығыҙ.


Вернуться назад