“Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау-2014” проектында алдынғылыҡты яулау өсөн Өфөнөң бөтә мөмкинлектәре лә бар.
Республикала йәшәгән һәр кеше быға булышлыҡ итә ала. Бының өсөн көн дә проекттың сайтына инеп, яратҡан ҡалаң өсөн тауыш бирергә кәрәк. Әле Өфө, 26 меңдән ашыу тауыш йыйып, икенсе урында бара. Проект алдынғыһы Чебоксарҙан беҙҙе бер нисә мең тауыш ҡына айыра.
“Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау” — илебеҙҙәге иң шәп ҡаланы асыҡлауға йүнәлтелгән проект ул. Исемлеккә Рәсәйҙең 81 ҙур административ үҙәге ингән. Проект авторҙары әйтеүенсә, ул илебеҙҙәге ҡалалар хаҡында бик күп мәғлүмәт алыу, туризмға һәм сәйәхәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, тыуған яҡ тарихына, бөгөнгө тормошҡа иғтибарҙы йәлеп итеү, бер-береһенән меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡалалар халҡы араһында бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген бирә.