Былтыр Башҡортостандан ете егет альтернатив хеҙмәткә саҡырылған. 2004 йылдан, йәғни “Альтернатив граждан хеҙмәте тураһында”ғы Закон ҡабул ителгәндән алып, республикабыҙҙан 47 кеше ошондай хеҙмәткә оҙатылған.
Хәрби комиссариаттың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, был егеттәр, нигеҙҙә, ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаттарҙа, дауалау учреждениеларында санитар, йыйыштырыусы булып эшләй. 2008 йылдың 1 ғинуарынан ябай ойошмаларға ебәрелгән кешеләрҙең альтернатив хеҙмәт ваҡыты – 21 ай, Ҡораллы Көстәрҙәге граждан персоналы сифатындағыларҙыҡы 18 ай тәшкил итә. Әйткәндәй, бындай хеҙмәт ваҡыты дөйөм стажға индерелә, ә эшмәкәрлек Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы менән көйләнә.
ӘЙТКӘНДӘЙ Былтыр көҙ республикабыҙҙан армия сафына 6 700 кеше саҡырылған. Егеттәрҙең күпселеге – 3 400-ҙән ашыуы – Ҡоро ер ғәскәрҙәренә ебәрелгән.