Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте26.02.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Башкиргеология” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалынан баш геолог Татарко Николай Ивановичҡа — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы”, “Стәрлетамаҡ Агротехсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеү слесары Степанцев Валентин Викторовичҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

***
Рәсәй Федерацияһы Президенты бойороғона ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы проректоры Федько Римма Әхмәт ҡыҙына, мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары Прыжанкова Вера Григорьевнаға Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте белдерелде.


Вернуться назад