Тиҙлекте кәметегеҙ!13.01.2012
Күптән түгел генә "ҡулсалы хәрәкәт" билдәһенә төҙәтмәләр индерелеү сәбәпле (элек әйләнмәле хәрәкәткә уң яҡтан ҡушылыусылар бүтәндәргә мотлаҡ юл бирергә тейеш ине, бөгөн киреһенсә – улар өҫтөнлөккә эйә), автоһәүәҫкәрҙәр шау-шыу ҡуптарғайны.
Берәүҙәр, әлбиттә, хупланы, икенсе төркөм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге яңылыҡтарҙың бер ниндәй ҙә фәтүәһен күрмәүе тураһында асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Ә бына яңы йыл башынан тағы ла бер нисә үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Мәҫәлән, хәҙер алдан юлда тығын хасил булғанын күрә тороп та, урам сатында туҡталмайынса, ошо көслө ағымға ҡушылыусыларға, тимәк, тығынды көсәйтеүселәргә ҙур штраф һалынасаҡ. Күпме тип уйлайһығыҙ? Ул бер мең һумға төшәсәк. Иң отошлоһо – "ҡорос ат"ығыҙҙы юл сатында туҡтатығыҙ.
Ҡала урамдарында шәп йөрөү тыйыла – тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан да арттырырға ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны бигерәк тә йәштәрҙең һанға һуҡмауы төрлө юл-транспорт ваҡиғаларына килтерә. Ундай экстремалдарҙы ауыҙлыҡлау маҡсатында эшләнгән дә инде ҡағиҙәләр: әгәр ҙә кемдер светофор ҡыҙыл янғанда йәки үтергә тыйыла тигәнде инҡар итеп, юлын артабан да дауам итһә, кеҫәһенән бер мең һум аҡса сығарып штраф түләйәсәк.
Светофорға етәрәк күп урында "стоп-линия" билдәһе ҡуйылған, аҡ төҫтәге ошо ҡалын һыҙыҡты үтеп туҡтаусыларға ла "хөкөм" ҡаты (800 һум). Маршрут транспорты туҡталҡаларында туҡталып китеү ярамай, ә туҡтап ултырыу тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел. Ҡыҫҡаһы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә индерелгән үҙгәрештәрҙең иң әһәмиәтлеләре ошолар. Нисек кенә булмаһын, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙорға ярамай.