Тормоштары түңәрәк26.02.2014
Тормоштары түңәрәк
Күптән түгел Сочиҙағы Олимпиадала еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Ә кисә Хөкүмәт йортонда күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде, уларға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Был ике сараны берләштереп әйтеүебеҙ осраҡлы түгел, наградаларҙы биргәндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Лилиә Ғүмәрова ла уртаҡлыҡ тапты.

– Биш һәм унан да күберәк бала табырға батырсылыҡ иткән, уларҙы лайыҡлы итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һалған ҡатын-ҡыҙҙы мин Олимпиада чемпиондарына тиңләр инем. Был – һеҙҙең иң ҙур ҡаҙанышығыҙ, – тине ул.
Лилиә Салауат ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарға республика Президентының сәләмен һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
– Эйе, һеҙҙең өсөн төрлө ташламалар күп. Тик иң киѕкене торлаҡ мәсьәләһе икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Уны хәл итеү өсөн Башҡортостанда һөҙөмтәле программалар бар. Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ өсөн бирелгән сертификаттың уртаса хаҡы – 2 миллион 600 мең һум. Был аҡсаға ауылда рәхәтләнеп йорт һалырға, ҡалала фатир алырға мөмкин. Хәҙер сиратты кәметеү, күберәк ғаиләләрҙе торлаҡлы итеү өѕтөндә эшләйбеҙ, – тине ул.
Тормоштары түңәрәкВице-премьер ҡулынан награда алырға әсәләр республиканың төрлө төбәгенән йыйылғайны. Был юлы күгәрсендәр алдынғылыҡты бирмәне, райондан бер юлы ун ҡатын килгән! Бөрйән (туғыҙ), Ҡалтасы (алты), Ҡариҙел (биш), Ейәнсура (биш) яҡтарынан да байтаҡ булдылар. Гүзәл заттың күбеһе хужабикә булһа, араларында эшләп йөрөгәндәр ҙә әҙ түгел. Уларҙың күбеһе уҡытыусы, тәрбиәсе, ашнаҡсы һөнәрҙәрен һайлаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, эштә лә балаларға яҡындар.
Шундай ҡатындарҙың береһе – Айгөл Абдуллина. Ул — Белорет районының Туҡан ауылынан, балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Айгөл ире Фәнил менән алты балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улдары Марселгә 19 йәш булһа, кескәй ҡыҙҙары биш айлыҡ ҡына. Ғаилә башлығы – шәхси эшҡыуар, фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Уның төп терәк-таянысы – Марсель, бизнесты бергә алып баралар. Ҡалған балалар мәктәптә уҡый, ә бәләкәстәре әсәләре янында.
– Тормошом түңәрәк, Аллаға шөкөр. Яратҡан балаларым, ирем бар, эшләргә – эшем, ашарға – ашым, тигәндәй. Иркен йорт һалып индек, бергәләп донъя көтәбеҙ. Ауырлыҡтар ҙа осрай, унһыҙ ҙа булмай, тик беҙ берҙәм, барыбер алға барабыҙ, – ти Айгөл Абдуллина.
– Артабан да ишәйергә уйығыҙ юҡмы? – тип һорайым.
– Юҡ... Әлегә, – тип яуап бирҙе ул, серле йылмайып.


Вернуться назад