Юл йөрөүҙең ләззәте13.01.2012
Уйлап ҡараһаң, тотош донъя, һәр кемдең тормошо тәгәрмәсте хәтерләтә, ҡайҙалыр бик шәп тәгәрәй, ҡайҙалыр шығырлап булһа ла, алға бара.
Хәтеремдә, бала саҡта ауылдың түбәнге яҡ һәм үрге яҡ малайҙары ике команда булып, “тәгәрмәс” уйынын уйнай торғайныҡ. Йыуан ағастан бысып алған тәгәрмәсте барлыҡ көсөң менән алға тәгәрәтеп ебәрәһең. Ҡайһы команда ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ауыл осона икенсеһен ҡыҫырыҡлап сығара, шул еңеүсе тип һанала. Әммә һәр кем ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә бурыслы, юғиһә ул уйындан ҡыуып сығарыла.
Артабан дүрт тәгәрмәсле арбаға ат йәки үгеҙ егеп көлтә, һалам-бесән, иген, утын ташырға тура килде. Бер ваҡыт дүрт — биш ылау менән ауылдан 40 саҡрым алыҫлыҡтағы элеваторға иген тейәп киттем. Көн бик эҫе, үгеҙҙәр себенләй, түҙә алмай. Ғәҙәттә, ағас күсәрҙе, тәгәрмәстәрҙе дегет, солидол менән майлап сыға торғайныҡ. Был юлы улар бик самалы булды, шуға күрә үгеҙҙең тиҙәген махсус һауытҡа йыйып барабыҙ. Тәгәрмәс менән күсәр ышҡылып төтөн сыға башлаһа, йәһәт кенә баяғы тиҙәкте һылап ҡуябыҙ, әҙәм балаһында аҡыл табылып тора бит.
Бер аҙҙан үгеҙҙе, арба тәгәрмәстәрен 2,5 тонналы “ГАЗ-51” йөк автомашинаһына алмаштырҙым. Шул машинала ултырып йөрөү маҡсатында 2,5 тонна игенде колхоз ырҙыны табағынан тейәп элеваторға алып барып бушатам. Ул тоҡтарҙы ташый-ташый арып йығылам. Көнөнә ике — өс рейс яһай инек шофер менән.
Институтты тамамлағас, мәктәптә директор булып эшләнем. Унда 3,5 тонналы “ЗиС-5” йөк машинаһы бар ине. Вәт, машина, исмаһам! Унар кубометр утын тейәй инем. Йыш ҡына үҙем рулгә ултырғыланым. Тегендә-бында тиҙерәк йүгерергә, эште ҡабаланыбыраҡ башҡарырға кәрәк бит. Ағас кабинала ултырып, рулде уңлы-һуллы бороп барыу – үҙе бер ғүмер. Билдәле, уның бороп тоҡандыра торған асҡысы булманы. Асҡыс урынына шырпы тығам да ҡатынды аяғы менән газға баҫып ултырырға ҡушам, үҙем ауыр рукоятканы әйләндерергә тотонам. Тоҡаныу менән кабинаға менергә ашығам, бисәмә рәхмәт әйтеп, газ нөктәһен үҙ ҡулыма алам.
Машина бағыуҙы, ҡарауҙы ярата. Был “ЗиС-5”-тең һыуы бөтһә, моторы пырх-пырх итеп һүнә лә ҡуя. Ярай ҡыш ҡар тултырып була, ә йәй әллә ҡайҙан һыу эҙләргә тура килә. Ә шулай ҙа ағас кабинала ултырып барыу, руль бороу, тәгәрмәстәр өҫтөндә елдереү – үҙе оло бәхет. Ә бензин күктән ямғыр булып яуыр ине, уның машина багына ҡайҙан аҡҡанын да белмәнек.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында баш мөхәррир булып эшләй башлағас, тәгәрмәстәр кәрәклеге бигерәк ныҡ тойолдо. Журнал таратам тип ҡайҙа юлаусыға, ҡайҙа йөк машинаһына ултырып сабам. Әммә барыр урынға етмәй әйләнмәнем. Ҡыйғы, Салауат, Миәкә, Бөрйән райондарына барырға уйлаһам, үҙемде ауырлыҡтарға алдан әҙерләй инем. Мәҫәлән, Бөрйән районына барыу өсөн поезда “Белорет” тимер юл станцияһына иртәнге сәғәт 7-лә барып төшәһең. Өйрәнгән кешеләр “стартҡа” алдан уҡ килеп баҫа. Вагон ишеге асылыу менән береһе икенсеһенең башы аша ҡыр кәзәһе кеүек һикерә. Көпләнгән “КамАЗ” йөк машинаһына йәштәр йән-фарман менеп китә. Ул ырғытылған ағас сумаҙан, ауыр тоҡтар кемдең башына, бәғзеләрҙең күҙенә барып тейә. Илаусы юҡ, сөнки ҡайтыу йәки барыу мөһим. Урынлашҡас, һәр кем күңел асырға, күршеһенең хәлен еңеләйтергә тырыша. Аранан берәү:
“КамАЗ”-дар ҙа илай-илай менә
Бөрйән тауы мәшһүр Мәсемгә.
Асфальт юлды күреп булырмы, тип
Йөрәккәйем минең әсенә, —
тип уфтанып йырлап алды.
Ошондай ваҡиғаларҙы баштан йыш үткәрергә тура килде.
Райондарға йәки ҡалаларға барғас, әллә йәлләпме, әллә ысын дуҫлыҡ йөҙөнән күптәр Өфөгә ебәреү өсөн мәғариф бүлегенең машинаһын тәҡдим итә ине. Ә мин ғүмер буйы баш тарттым. “Һеҙ юл йөрөүҙең ләззәтен белмәйһегеҙ. Автобусҡа инеп ултырып, бер ханымдың яурынына башымды һалам да ҡаты йоҡоға талам. Ағай, Өфөнөң автовокзалына килеп еттек”, — тип уятҡас ҡына, рәхмәт әйтеп төшөп китәм. “Йөҙәр саҡрымға машина ҡыуҙырып, шоферыңды эштән туҡтатыуҙың бер ҙә кәрәге юҡ. Күпме бензин яғырға кәрәк”. Ошондай һылтау табыр инем. Был ваҡытта инде бөтә редакцияларҙың да еңел машинаһы бар ине. Мин ҡул болғап ҡына ҡала инем уларға.
Бер көн элекке мәғариф министры Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы саҡырып алды ла: “Сәлимйән ағай, һеҙҙең өсөн мин оялам инде. Бына аҡса, иртәгәнән редакцияға машина алығыҙ”, — тип шелтәләп сығарҙы. Алдым.
Бында ла мин тәгәрмәстең файҙаһын ныҡ күрҙем. Әле лә тәгәрмәстән төшкәнем юҡ. Педагогик коллективтар менән осрашып, республика гәзиттәрендә мәғариф тураһында яҙып торам.
Минең уйымса, тормош — үҙе үк тәгәрмәс. Әгәр шулай булмаһа, уның ҡыҙығы ла булмаҫ ине. “Донъя — ул ҡуласа”, – тип халыҡ та тиккә әйтмәй.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ.


Вернуться назад