Һынауҙарҙы күтәрә белгән быуын25.02.2014
Афғанстандан Совет һалдаттарын сығарыуға 25 йыл тулыу айҡанлы ҡулыма ҡәләм алдым. Ҡустым Урал Әхтәм улы 1982 йылдың 1 апрелендә Совет Армияһы сафына баҫты. Алма-Ата янында ике ай уҡығас, үҙ теләге менән Афғанстанға хеҙмәт итергә китте. Унда ҡустым "Урал-375" машинаһы менән дивизияға яғыулыҡ ташыған, Полихумри, Хайратон, Ҡабул, Баграм, Бахтар, Ҡандагар ҡалаларында булған. Бер рейсҡа сыҡҡанда юлда унар көн барған. Улар бормалы-бормалы текә тау юлдарынан, 3-4 километр һуҙылған тоннелдәрҙән 50 градус эҫелә йөрөгән.

Бензин тултырылған машиналар бик хәүефле: дошмандың бер генә пуляһы эләкһә лә, көлөң күккә осасаҡ. Тайғаҡта, ҡараңғыла юлдан ситкә сығып, упҡын төбөнә осҡан ҡайһы бер машиналар. Күп тапҡырҙар дошман утына эләккән ҡустым. Көйөргәҙе районынан ауылдашым, класташым Илдар Түләков, Яҡуп ауылынан Рафиҡ Сиражетдинов, Айсыуаҡтан Радик Тереғолов, Абдулдан Марат Байғужин, Нафиҡ Аллабирҙин Афғанда хеҙмәт итте. Ҡустымдың иң яҡын дуҫы Рафиҡ Сиражетдиновтың ғүмере тоннелдә дошман пуляһынан өҙөлгән.
Радик Тереғолов менән Нафиҡ Аллабирҙин да Афған ерендә һәләк булды. Ҡустым класташы Илдар менән 2 йыл да 4 ай хеҙмәт итте. Бөгөн Урал Көйөргәҙе районында өлкән егерь булып эшләй. Хеҙмәте еңелдән түгел. Һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә ҡарап тормай, һәр ваҡыт урманда.
Иңдәренә ятҡан хәрби бурысты үтәп, Ватанға тоғролоҡ, ил алдында батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн Афған яуын үткәндәргә — мәңгелек дан!


Вернуться назад