Район мәҙәниәт йорто был көндә мәж килде: кемдер һөнәре буйынса иң яҡшыһы булып танылды, икенселәре дәүләт наградалары алып ҡыуанды. Бүләкләнеүселәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Румил Аҙнабаев менән Кинйә Күскилдин, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов килде.
Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, яңы бурыстар билдәләне.
— Былтыр әбйәлилдәргә еңелдә булманы, әммә юғалып ҡалманыҡ. Кәңәшләшеп эшләү, берҙәмлек ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итте, республика етәкселегенең тос ярҙамын тойҙоҡ. Һуңғы ваҡытта райондың социаль-иҡтисади хәле яҡшырҙы, яңы объекттар файҙаланыуға тапшырылды, ауылдарҙа мәктәптәрҙе һаҡлап ҡала алдыҡ, – тине ул.
Артабан Рим Һатыбал улы алдынғыларҙы тәбрикләне. Башҡа йылдарҙан айырмалы, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булыусылар араһында көтөүсе, уҡытыусы, имам-мөхтәсиб, умартасы кеүек төрлө һөнәр кешеләре бар ине.
Әбйәлилдә тыуып үҫкән билдәле йырсылар Римма Амангилдина менән Хәсән Усманов, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт сараның матур өлөшөнә әйләнде.
Румил Аҙнабаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: — Әбйәлилдә тырыш, дәртле, йыр-моңға ғашиҡ кешеләр йәшәй. Улар эшләй ҙә, ял итә лә белә. Төрлө һынауға бирешмәгән район халҡына һоҡландым.
Дамир Шәрипов, Сиҙәм ауылы көтөүсеһе: — Ауыл малын көтәм. Бөгөн был эшкә килергә теләүселәр юҡ тиерлек. Бурыс ауыр, һәр хужаның малы өсөн яуап бирергә кәрәк. Беҙҙең хеҙмәтте баһалаған район етәкселегенә ҙур рәхмәт.