Ҡалала тиһеңме, ауылда булһынмы – бөгөн тормошто техникаһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Ысынлап та, автомобилдең өҫтөнлөктәре бихисап, ғаиләлеләргә бигерәк тә. Мәҫәлән, бишәү икәнһең, берәй ергә юлланыу өсөн автобусҡа барыһына ла билет алырға кәрәк, ваҡыт яғынан да отолаһың, теләгән ерҙә туҡтау ҙа мөмкин түгел. Ҡыҫҡаһы, үҙ автомобилеңә ни етә!
Машина һатып алыуҙың төрлө юлы бар. Һаҡлыҡтағы аҡсаң ярҙамында техникалы булаһыңмы йәки автокредит юллайһыңмы? Һәммәһе лә һинең ҡарамаҡта.
Мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте бынан ике йыл элек федераль ҡаҙна иҫәбенә еңел автомобиль алыу өсөн субсидия биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.
Ил етәкселегенең маҡсаты – Рәсәй автосәнәғәтенең бөлөүенә юл ҡуймау, ватан автомобилдәрен күберәк һатыуға сығарыу, машина баҙарына яңы һулыш биреү.
Тәүҙә уға ныҡ шикләнеп ҡарағайныҡ, һуңынан программаны энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгәс, күңелгә йылы булып китте. Хөкүмәттең ярҙамын беҙ ҙә үҙ иңебеҙҙә тойҙоҡ.
Шуға ла программаның отошло яҡтары тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашмаҡсымын. Дәүләт кредит буйынса процент ставкаһының яртыһынан күберәген түләүҙе үҙ өҫтөнә алған йәки уның ниндәйҙер өлөшө субсидиялана. Программаға ярашлы, беренсенән, һин алырға теләгән “ҡорос ат” мотлаҡ Рәсәйҙеке булырға тейеш. Тимәк, “ВАЗ”-дыҡыларҙы һайлай алаһың. Икенсенән, илебеҙҙә йыйылған сит ил автомобилдәре лә исемлеккә индерелгән. Өсөнсөнән, уларҙың хаҡы 600 мең һумдан артмаҫҡа тейеш, тигән шарт та бар.
Был йәһәттән тәүге аҙымдарҙы яһағанда, башта “ВАЗ”-ға өҫтөнлөк бирергә ҡарар иткәйнек, һуңынан, үҙебеҙҙеке менән сит ил автомобилдәрен сағыштырҙыҡ та, хаҡтары бер үк булғас, RENAULT LOGAN машинаһын һайланыҡ. Исемлектә йәнә FIAT ALBEA, KIA SPEСTRA, FORD FOСUS һәм башҡалар бар ине.
Шулай итеп, байтаҡ мәғлүмәт туплағас, автосалондар буйлап йөрөү башланды. Белешмә кабинетындағы белгескә ниндәй маҡсат менән килеүебеҙҙе әйттек. Ҡыҫҡаһы, бик яғымлы ҡыҙ беҙгә барыһын да аңлатты, бында машинаның хаҡын белгәс, һаҡлыҡ банкына (тағы ла “ВТБ-24” йә “Ауыл хужалығы” банкы менән эш итергә мөмкин) юл тоттоҡ. “Хөкүмәт программаһы нигеҙендә машина алырға ине...” – тип һүҙ башлау менән, кәрәкле документтарҙың исемлеген ҡулға тотторҙолар. Аҙна үтеүгә, бер ҡосаҡ документ күтәреп, йәнә банкка килдек. “Көтөгөҙ, хәбәр итербеҙ”, – тинеләр документтарҙы ҡабул иткәс.
Тағы бер аҙна үттеме-юҡмы, телефондан шылтыратып, программаға инеүебеҙ менән ҡотланылар.
Ғөмүмән, техника хәстәрләүҙең тәүге көндәренән алып аҙағына хәтлем бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡҡа осраманыҡ.
Машина – байлыҡ түгел, ә юл йөрөү өсөн уңайлы сара. Ҡыҫҡаһы, Хөкүмәт программаһы буйынса автомобиль алдыҡ, ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ!