Зыя Нуриевтың 100 йыллығы билдәләнәсәк25.02.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов киләһе йыл күренекле дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриевтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Уға ярашлы, республика Хөкүмәтенә юбилей сараларына әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөргә, сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды, тип хәбәр ителә хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында.
Зыя Нурый улы Нуриев – дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1957 йылдың 14 июненән алып ун ике йыл дауамында КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында беренсе секретарь булған, һуңыраҡ элекке Советтар Союзындағы ҙур министрлыҡтарға һәм ведомстволарға етәкселек иткән, СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән. Социалистик Хеҙмәт Геройы. 2012 йылда 98-се йәшендә вафат булды. Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында ерләнде.
Тупланманы Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.



Вернуться назад