Рөстәм Хәмитов — тантаналы йыйылышта25.02.2014
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды.

Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың хәрби комиссары Анатолий Балтинский, дәүләт власы органдары, ветеран ойошмалары вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, йәмәғәт һәм дин эшмәкәрҙәре, хәрби уҡыу йорттары курсанттары, хәрби-патриотик клубтарҙа тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.
— Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, яугир-интернационалистарҙы, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарҙы, үҙ-үҙен аямайынса Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә уның мәнфәғәттәрен яҡлаған кешеләрҙең барыһын да ошо ысын бөтә халыҡ байрамы менән ихлас ҡотлайым. Әлеге тантанаға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал-майор, Рәсәй Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ростислав Сибәғәтуллин, 15-се гвардия Харьков-Прага уҡсылар дивизияһы ветераны, полковник Сабир Йыһаншин килде, — тине республика Президенты, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм ветерандарға мөрәжәғәт итеп.
Тантанала Рөстәм Хәмитов дәүләт наградалары тапшырҙы. Сара байрам концерты менән тамамланды.

* * *
Байрам көнөндә Рөстәм Хәмитов Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың Еңеү паркындағы монументына сәскә һалыуҙа ҡатнашты.


Вернуться назад