Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.
Унда былай тиелә:
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Рәсәй яугирҙәренең данлы ҡаһарманлығын илебеҙ тарихынан айырып ҡарау мөмкин түгел. Дәүерҙәр, быуындар алмашынһа ла, бөйөк еңеүҙәрҙең шатлығы һәр саҡ кешеләрҙе берләштерҙе, Ватан һәм уның данлы улдары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы.
Бөгөн беҙ йөрәк ҡушыуы буйынса Тыуған илгә хеҙмәт итеү, уның бойондороҡһоҙлоғон, именлеген һаҡлау кеүек ҡатмарлы һәм маҡтаулы һөнәр һайлағандарҙы, ватансылыҡ, гражданлыҡ йолаларына, бурысҡа тоғро ҡалғандарҙы тәбрик итәбеҙ. Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйем”.