"Атайлы бала — арҡалы", тиҙәр. Ысынлап та, шулай. Эргәңдә көслө, ышаныслы кеше булыуы ниндәй ҙур бәхет!
Атайым Земфир Зәйнулла улы Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Мин иһә ошонда VII класта белем алам. Һәр көн иртән икәүләп дәрескә ашығабыҙ.
Мәктәптә 35 йылдан ашыу белем һәм тәрбиә биргән атайымды барлыҡ кеше хөрмәт итә. Уҡыусыларға бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй, һәр нәмәне ипле итеп аңлата ул. Оҙаҡ йылдар инде үҫмерҙәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Белеүемсә, тәрбиәләнеүселәре араһында Афғанстандағы, Чечнялағы һуғыштарҙа ҡатнашҡандар ҙа бар.
Мәктәптә генә түгел, өйҙә лә һәр эшкә өлгөрә атайым. Уға мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарашам, баҡсала ярҙам итәм. Шулай ҙа иң яратҡан шөғөлөбөҙ — умартасылыҡ. Эш башлар алдынан атайыма йәһәт кенә битлек, моҙға килтерәм. Икәү йәнәш баҫып, ҡулға төтөнлөк тотоп, нәҙекәйбилдәрҙең кемуҙарҙан бал ташыуын күҙәтеүҙән ҙур кинәнес алам.
"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Эштән бер ваҡытта ла ҡурҡма. Башлағанһың икән, аҙағынаса еткер, ялҡауланма", — тип өйрәтә атайым. Ул миңә һәр саҡ дәрес әҙерләшә, буш ваҡыттарҙа бергәләп телевизор ҡарайбыҙ, шахмат, шашка уйнайбыҙ. Атайымды ныҡ яратам, уның менән ғорурланам.
Алмас ФӘХРЕТДИНОВ,
Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе
уҡыусыһы.
Ишембай районы.