Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк ҡалаға барырға хыяллана торғайным. "Беҙҙә бейек-бейек өйҙәр, урамдарҙа машина хәтәр күп!" — тип һөйләп аптыратҡайны ике туған ағайҙарым. Ҡаланы күргем килһә лә, атайым менән әсәйем: "Бәләкәйһең әле", — тип алып барманы.
Хәҙер инде ҙурайҙым — мәктәпкә барҙым. Ҡышҡы каникулды иһә Өфөлә үткәрҙем! Беҙҙән ныҡ алыҫ икән ул: 30-ҙан да күберәк ауылды уҙҙыҡ!
Ҡалала, ысынлап та, өйҙәр ныҡ бейек, машина күп. Ирхан ағайҙарға инер өсөн бишенсе ҡатҡа күтәрелергә кәрәк. Лифттың төймәһенә баҫһаң, шунда уҡ ҡуҙғалып китә.
Мин йәнлектәрҙе ныҡ яратам, ҙурайғас, фермер булырмын, тим. Шуға ағайым менән инәйем иң тәүҙә вольерҙы күрһәтергә булды. Урамдан китеп барғанда, аптыраным: кешеләр әллә ҡайҙа ҡабалана, миңә ҡарамайҙар ҙа. "Һаумыһығыҙ!" — тиһәм, берәү ҙә яуап бирмәй. "Өндәшмә! — тине ағайым. — Ҡалала берәү ҙә һаулыҡ һорашмай ул". Ниңә улайталар, өләсәйҙәре өйрәтмәйме икән ни?
Вольерҙа мышы, дөйә, бүре, төлкө, сусҡалар йәшәй. "Айыуҙар әле йоҡлай", — тинеләр, Бөрйәндәгеләр ҙә ҡышҡыһын шулай итә ул. Йәнлектәр янында фотоға төшөп, тауҙа шыуғас, өс ҡатлы ҙур магазинға килдек. Уның эсендә бәләкәй зоопарк бар икән. Йәнлектәрҙе, ҡош-ҡортто һыйпап ҡарарға ла рөхсәт итәләр. Уларҙы яратып, ашатып, ике уйынсыҡ ат һатып алып ҡайттыҡ.
Өфөлә шыршы ҡуйылған майҙансыҡтағы бейек тауҙан шыуҙыҡ, ҙурайтып күрһәтә торған күҙлек кейеп, кино ҡараныҡ, циркта аҡ айыуҙарҙың уйынын күрҙек. Ныҡ күңелле булды. Тик, ауылға ҡайтҡас, класташтарыма бер нәмә лә һөйләмәнем: барыбер ышанмаҫтар, шаштыраһың, тиерҙәр.
Ханнан МӘЖИТОВ,
Яңы Усман мәктәбе уҡыусыһы.
Бөрйән районы.