Ерҙән һалдат атлай21.02.2014
Ерҙән һалдат атлай Ерҙән һалдат атлай,
Тыуған ерҙе һаҡлай.
Ерҙә яңғырай һалдат йырҙары.
Сит ерҙе ятһынып, ҡошсоҡтай
талпынып,
Тыуған яҡҡа ҡайта уйҙары...
Үткән йылдар шаңы,
Атайҙарҙың даны
Ҡалған унда, Днепр ярында.
Һин ғорурһың, илем, ышаныслы сигең
Шундай һалдаттарың барында.
(Тәүге куплет ҡабатлана).
Ҡушымта:
Һайт-два, һайт-два, уңға, һулға ҡарама!
Һайт-два, һайт-два, ҡара тураға ғына!


Вернуться назад