Ҡәҙерле балалар! Олатайҙарығыҙҙы, атайҙарығыҙҙы, ағайҙарығыҙҙы байрам менән нисек ҡотларға йыйынаһығыҙ? Бүләктәрегеҙ әҙерме? Юҡ икән, матур ғына карап яһарға тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн өс шырпы ҡабы, төҫлө ҡағыҙ, ҡатырға, ҡайсы, елем һәм мачта өсөн пластик көпшә кәрәк буласаҡ. Һүрәткә ҡарап, ижади һәләтегеҙҙе эшкә егегеҙ. Тырышып, ихлас күңелдән башҡарһағыҙ, мотлаҡ килеп сығыр. Ә яҡындарығыҙ нисек ҡыуанасаҡ!
Яһаған карабығыҙҙы фотоға төшөрөп, "Тубырсыҡ"ҡа һалып ебәрһәгеҙ, беҙ ҙә шат булырбыҙ. Иң шәп ҡул оҫтаһын матур бүләк көтә.