Ысын ир-егет ниндәй була?22.02.2014
Дәрестәр тамамланыу менән Айбулат, тиҙ генә йыйынып, ҡайтырға ашыҡты.
— Әйҙә, һуңғараҡ хоккей уйнарға барайыҡ, — тине уға дуҫы Иҙел. — Бер ҙә йөрөгәнең юҡ. Беләһеңме, боҙҙа нисек шәп, күңелле!
— Кит, юҡты! — тип ҡаршы төштө Айбулат. — Сәкән һуғыуҙың нимәһе бар? Бына мин Интернеттан хәтәр шәп уйын яҙҙырып алдым. Вәт, һуғышаһың, исмаһам! Еңелгән юҡ, хәҙер инде бишенсе баҫҡыстамын. Унға тиклем күтәрелһәм, тағы ла шәберәк көрәшсе менән алыша башлаясаҡмын. Бына ҡайҙа ул ысын уйын! Ә һин, "хоккей", имеш...
Айбулат йүгерә-атлай ҡайтып китте. Компьютерҙы йәһәт кенә тоҡандырып, алышты башлайым тиһә, ни күҙе менән күрһен: уйыны юҡ, юйылған. Ни эшләргә белмәгән малай ҡысҡырып ебәрҙе:
— Кем тейҙе минең уйынға?!
— Мин бая, әсәй тышҡа сыҡҡан мәлдә, компьютерҙы эшләтеп ҡарағайным... — тине ҡурҡып ҡына биш йәшлек һеңлеһе Сажиҙә.
— Кем һиңә тейергә ҡушты? Ниндәй ауырлыҡтар аша мәрәй йыйғанымды беләһеңме? Ҡурсаҡтарың менән генә уйнап ултырһаң булмай инеме?!
Тауышҡа икенсе бүлмәнән әсәһе килеп сыҡты:
— Бәй, улым, ниңә улай ҡысҡыраһың? Һеңлеңде ҡурҡытҡанһың бит! Бер мәғәнәһеҙ уйын, тип...
— Мәғәнәһеҙ түгел, унда ысын ирҙәр көрәшә...
— Ә һинең унан көсөң артып китәме? Киреһенсә, сәғәттәр буйы компьютер алдында ултырып, арҡаң бөкөрәйә, күҙең дә насар күрә башлар әле. Етмәһә, уйынға бөтөнләй инеп китеп, хатта минең әйткәндәрҙе ишетмәй, ярҙам итмәй башланың. Хәҙер инде һеңлеңә ҡысҡырырға тотондоң. Бындайға әйләнерһең тип уйламай инем. Һин бит беҙҙе яҡлай, һаҡлай алырлыҡ булып үҫергә тейешһең...
Әсәһе менән һеңлеһе сығып киткәс, Айбулат башын тотоп уйланып ултырҙы ла көҙгө алдына килеп баҫты. Ысынлап та, бер аҙ көмөрәйеп киткән кеүек, күҙҙәре лә ҡыҙарыңҡырап тора икән. Күп ултырыуҙан, саф һауаға сыҡмауҙан, шулай уҡ, гел ошо уйын хаҡында уйлап, көсөргәнешле, асыулы йөрөүҙәндер... Яратҡан һеңлеһен ҡайһылай рәнйетте... Ә бит бер нисә йыл элек кенә Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" тигән китабын уҡып, Йәмил кеүек һәйбәт, хәстәрлекле ағай булырға маҡсат ҡуйғайны. Был малай һуғыш мәлендә Украинанан килгән Оксананы ҡайһылай ярата, аҙаҡ ҡайтарғыһы килмәй илай. Бер туған һеңлеһе булмаһа ла...
Айбулат компьютерҙы тиҙ генә һүндерҙе лә тышҡа сығырға кейенә башланы. Хәҙер әсәһенә мал ҡарашыр, Сажиҙәне санала шыуҙырып килер. Унан дуҫы Иҙел менән хоккей уйнарға китер. Егет кеше бит ул: көслө булырға, яҡындарын яҡлай алырға тейеш!


Вернуться назад