"Тыуған еребеҙҙе яратығыҙ!"22.02.2014
"Тыуған еребеҙҙе яратығыҙ!"
Февраль — ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған мәл. Элек Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ай дауамында "Зарница" уйындары уҙғарыла, уҡыусылар спорт буйынса ғына түгел, уҡыуҙа ла сәмләнеп ярыша торғайны.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында был күркәм йола дауам итә. Унда быйыл да февраль "Хәрби-патриотик тәрбиә айы" тип иғлан ителде. Уҡыусылар темаға ярашлы төрлө киноға, спектаклгә барҙы, шиғыр кисәләрендә, "Һалдат йыры", "Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурстарында ҡатнашты.
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулыу көнө лә киң билдәләнде. "Батырлыҡ дәресе" үткәрергә килгән сал сәсле, түше тулы орден-миҙаллы хәрбиҙәрҙе уҡыусылар ҙур ихтирам, хөрмәт менән ҡаршы алды.
"Тыуған еребеҙҙе яратығыҙ!"Афғанстанда хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ — отставкалағы полковник Йәүҙәт Исҡужин, Морат Талипов, Тимерйән Рәжәпов, шулай уҡ Башҡортостан Президенты кәңәшсеһе Рудик Исҡужин һуғыш йылдарына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты, гимназия уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Ысын ир-ат һыҙатына эйә баҫалҡы ҡаһармандарыбыҙ үҙҙәре хаҡында бигүк һөйләп тә барманы. Мәҫәлән, уҡыусылар Рудик Ғәзиз улының Афғанстанда ун йыл хеҙмәт иткәне, өс тапҡыр Дан ордены менән бүләкләнгәне хаҡында сығыш яһаған башҡа яугирҙәрҙән ишетеп белде.
— Тыуған еребеҙҙе яратығыҙ! — тип ихлас күңелдән өндәште хәрбиҙәр йәш быуынға. — Тормоштағы һәр шатлыҡ, ҡаҙаныш илһөйәрлектән башлана.

"Тыуған еребеҙҙе яратығыҙ!"


Вернуться назад